Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Сентябрь 2019, 13:43

Һорауҙар күп йыйылғайны

Район хакимиәте башлығы И.Н.Әминевтың сираттағы осрашыуы Липовка ауыл биләмәһендә үтте. Һөйләшеү барышында бик күп проблемалар күтәрелде, уларҙы сисеү юлдары ҡаралды, ҡайһылары киләсәктә хәл ителер өсөн айырым контролгә алынды.
Кәңәшмә Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ф.Йортомбаевтың сығышы менән башланды. Ул граждандарҙы 8 сентябрь Берҙәм тауыш биреүҙәр көнөндә ситтә ҡалмайынса, киләсәгебеҙҙе билдәләүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Илшат Нәжметдин улы райондың социаль-иҡтисади хәле, яҡын киләсәктә уны үҫтереү юлдары менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Район етәксеһе булараҡ эшмәкәрлегенең өс төп йүнәлешен (төҙөлөш һәм юлдарҙы төҙөкләндереү, ауылдарҙы газ һәм һыу менән тәьмин итеү) билдәләне.
Урындағы халыҡтың район башлығы менән уртаҡлашыр мәсьәләләре лә, һорауҙары ла, әйтер һүҙҙәре лә күп йыйылғайны. Күптән борсоған урымдарҙы яҡтыртыу, ауылдарға автобустар бәйләнешенең өҙөлөүе, ҡарауһыҙ малдар, Беларус-Александровка ауылындағы ФАП бинаһының авариялы хәле, Благовещенкала мәҙәни үҙәк булдырыу, Көмәрлелә һыу башняһын төҙөкләндереү һәм башҡа проблемалар күтәрелде. Район етәксеһе бөтә мәсьәләләрҙе лә иғтибар үҙәгенә алды.
Р.Абдуллина.
И.Куркова фотоһы.
Читайте нас: