Инйәр
+13 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
13 Сентября 2019, 08:37
Иҫәп-хисаптар һуңламаһын
Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы, Пенсия фондына страховкаланған кешеләр тураһында мәғлүмәтте иҫәп-хисап яһау арауығында килгән айҙың 15-енә тиклем бирергә кәрәк.
Рәсәй Пенсия фонды идаралығының Башҡортостан бүлеге идарасыһы Фоат Хантимеров белдереүенсә, ағымдағы йылдың 15 сентябре ял көнөнә тура килгәнлектән, СЗВ-М-ды тапшырыуҙың һуңғы көнө 16-һына күсерелә.
Страховкалаусыларҙы 90 проценттан ашыуы Пенсия фонды менән документтар әйләнеше буйынса электрон ысулды файҙалана. Электрон ысулда иҫәп-хисаптарҙы ҡабул итеү һәм тикшереү тәүлек әйләнәһенә башҡарыла. Шуға күрә страховкалаусының шәхсән килеүе, документтарҙы ҡағыҙ рәүешендә тапшырыуы мөһим түгел.
Билдәләнгән арауыҡта иҫәп-хисап тапшырмаған йәки тулы булмаған, йә дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәт биргән страховкалаусыларға 500 һум (һәр страховкаланған кеше иҫәбенә) күләмендә финанс санкцияһы ҡулланыласаҡ.
Иҫәп-хисаптарҙы үҙ ваҡытында һәм хатаһыҙ тапшырыу маҡсатында әҙерлек һәм отчетты тикшереү программаларының һуңғы ысулдарын ҡулланыу зарур. Шулай уҡ үҙегеҙҙең иҫәп- хисаптарҙы ебәрерҙән алда “CheckPFR” программаһы ярҙамында тишереү мөһим. Программалар Рәсәй Пенсия фонды сайтында
http://www.PFRF.ru/strahovatelyam/for_employers/programs_for_employers/
адресы буйынса урынлаштырылған.
Иҫәп-хисаптарҙы үҙ ваҡытында һәм хатаһыҙ тапшырыу маҡсатында әҙерлек һәм отчетты тикшереү программаларының һуңғы ысулдарын ҡулланыу зарур. Шулай уҡ үҙегеҙҙең иҫәп- хисаптарҙы ебәрерҙән алда “CheckPFR” программаһы ярҙамында тикшереү мөһим. Программалар Рәсәй Пенсия фонды сайтында
http://www.PFRF.ru/strahovatelyam/for_employers/programs_for_employers/
адресы буйынса урынлаштырылған.
Наталья Козусь,
район Пенсия фонды идаралығы начальнигы урынбаҫары.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур