Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Сентябрь 2019, 21:01

Һайлау көнө байрам кеүек

Ҡыҫынды ауылы халҡы һайлау кеүек мөһим сараларҙа һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша. Бында Башҡортостан Башлығын һайлауға ла ныҡлы әҙерлек эштәре алып барылған. 886-сы һайлау участкаһы комиссияһы рәйесе Раушан Хазиәхмәтов мәғлүмәттәре менән уртаҡлашты:

— Иртәнсәктән урамда башҡортса йырҙар яңғыраны, ә эстә иһә видеоэкранда Театр йылы айҡанлы Башҡорт драма театры спектаклдәре күрһәтелде. Клуб янындағы ике магазин, һайлауға килеүселәрҙе ялһыҙ хеҙмәтләндерҙе. Ғөмүмән байрам кәйефе, тантаналыҡ хөкөм һөрҙө.

Комиссия эш башлағас та тәүгеләрҙән булып Сабирйән Ҡырымбаев тауыш бирҙе. Биш кеше беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнашыусыларҙан, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сәләмәтлектәре арҡаһында килеп һайлау мөмкинлеге булмағандарға (улар беҙҙә 4 кеше) өйҙәренә барып гражданлыҡ бурысын үтәтеү ойошторолдо. Әлеге сәғәткә дөйөм халыҡтың 66 проценттан ашыуы мөһим сәйәси кампанияла ҡатнашты.
Читайте нас: