Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Август 2019, 13:33

"Тәртип регистратуранан башланһын",- тине район хакимиәте башлығы И.Н.Әминев



Район хакимиәте башлығы Илшат Әминев үҙәк район дауаханаһы коллективы менән осрашыу үткәрҙе. Һөйләшеү барышында Илшат Нәжмитдин улы райондың социаль-иҡтисади үҫеше, киләсәккә ҡуйылған маҡсаттар менән таныштырҙы. Артабан сарала ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.
Аҡ халатлылар Архангелдә “Тыуған урам” программаһын тормошҡа ашырыу, берәҙәк эттәр, төнгө ваҡытта урам буйҙарын яҡтыртыу, почта хеҙмәтенең яңы микрорайондарына йорттарға гәзит-журналдарҙы, шулай уҡ хаттарҙы алып килеү мәсьәләһе, “Гранд” кафеһы яғынан район үҙәгенә илткән юлда автомобилдәрҙең тиҙлеген кәметеү буйынса саралар күреүҙе һораны. Шулай уҡ улар үҙәк район дауаханаһы алдында такси хеҙмәтенең урыны граждандарға уңайһыҙлыҡтар килтереүе хаҡында ла белдерҙе.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: