Инйәр
+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
21 Август 2019, 12:21

Тәүге ярты йыл йомғаҡтарын барлап

Райондың тәүге ярты йыллыҡта ниндәй уңыштарға өлгәште. Ғөмүмән, социаль- иҡтисади үҫеше һөҙөмтәһе тураһында муниципаль район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы Виктор Пьяновҡа мөрәжәғәт иттек. Ул түбәндәгеләрҙе һөйләне.
— Төп күрһәткестәр ыңғай динамиканы күрһәтә. Мәҫәлән, үҙебеҙ етештереп тейәп оҙатылған тауарҙар һәм хеҙмәтләндереү күләме 127701,9 мең һум тәшкил итте йәки үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда — 105%. Алты ай эсендә торлаҡ йорттарҙы сафҡа индереү — 8591 кв.м, былтырғы кимәлдән 4,3 проценҡа юғары. Бер мең кешегә 491 кв.м тура килә (2018 йылдың ғинуар-июнендә — 469 кв.м).
Ағымдағы йылдың ғинуар-марты һөҙөмтәләре буйынса төп капиталға инвестиция кимәле — 21,9 йәки уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 46 тапҡыр күберәк. Йән башына инвестиция күләме — 1254 һум (2018 йылдың ғинуар-мартында тик 26 һум ине)
Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү былтырғы кимәлдә һаҡланды. Бөтә төр хужалыҡтар категорияһы буйынса тулайым продукция күләме ғинуар- июндә 287790 мең һум тәшкил итте), 2018 йыл кимәленә ҡарата —100,9 %.
1 июлгә хужалыҡтарҙағы бөтә төр мал башы: эре мөгөҙлө мал —11749 ( үткән йылдың ошо осоро кимәленә ҡарата 100,0%), һыйыр —4460 (101,0%), сусҡа —626 (98,3%), һарыҡ-кәзә—14273 (100,1%), йылҡы малы —1835 (100,1%). Ғинура-июндә хужалыҡтарҙа 7748,3 т һөт (100,7%) етештерелгән.
Беренсе ярты йыллыҡта тупланған бюджетҡа кергән килем 295,8 млн һум (126,3%) тәшкил итте. 2019 йылдың ғинуар-майында һуңғы мәғлүмәттәр буйынса уртаса эш хаҡы — 28,2 мең һум (108,9%). 1 июлгә ҡарата рәсми теркәлгән эшһеҙлек кимәле — 1,33% (2018 йылдың 1 июленндә —1,19%).
2019 йылдың ғинуар-майында халыҡ һаны 55 кешегә кәмене. Тыуым (67 сабый) үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 41,2 процентҡа кәм.Вафат булғандар һаны—122 кеше, 23,3 процентҡа кәмене.
Миграция хәл-торошҡа килгәндә, ағымдағы йылдың ғинур-майында 68 кеше ситкә сығып китте (2018 йылдың ғинуар-майында — 14кеше).
Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас в