Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Август 2019, 18:10

Көн тәртибендә — хәүефһеҙлек мәсьәләләре

Район хакимиәте башлығы Илшат Әминев райондың ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятие, учреждение, ойошма етәкселәре менән сираттағы оператив кәңәшмә уҙғарҙы.
Уҙған аҙналағы криминоген һәм янғындарға бәйле хәл-торош тураһында отчет тыңлағандан һуң, ТИК рәйесе Ф.Йортомбаев, полиция бүлеге начальнигы А.Мортазин, баш табип Л.Хәтмуллина, РЭС начальнигы Н.Тараканов, “ГипЭлектро” ЯСЙ-һы етәксеһе А.Колесников Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙарға әҙерлек һәм уны үткәреү арауығында һайлау участкаларын террорға ҡаршы хәүефһеҙлек саралары менән тәьмин итеү тураһында сығыш яһаны.
Райондың баш архитекторы Г.Рыжикованың доклады күсемһеҙ милекте Берҙәм дәүләт теркәүенә территориаль зоналар хаҡында белешмәләр индереүгә ҡағылды.
Кәңәшмәлә “Мәҙәниәт”, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекттарын тормошҡа ашырыу йүнәлешендәге башҡа мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Район хакимиәте башлығы Илшат Нәжметдин улы кәңәшмәне йомғаҡлап, күп халыҡ йыйыласаҡ сараға ныҡлы әҙерлек кәрәклеген билдәләне, яуаплы ойошмалар етәкселәренә хәүефһеҙлеккә иғтибар йүнәлтергә ҡушылды.
Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: