Максим Горький ауылында Ҡорбан ғәйете бик матур үтте. “Сулпан” иман йортона халыҡ күпләп килде. Оло байрам уңайынан ауыл хакимиәте башлығы Татьяна Галина, ауыл хужалығы буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Нарбутин, Батыргәрәй хәҙрәт Мәзитов, ағинәйҙәр ҡотлау һүҙҙәре еткереп, изге теләктәрен белдерҙе.
Хәҙрәттең байрам тураһында аңлатыуы, тәҡбир әйтеү, сүрәләр уҡыу, намаҙға баҫыу кеүек йолаларҙы үтәгәс, 11 кеше — мәсеттә, ике ғаилә өйҙәрендә ҡорбан салды, ит өлөштәргә бүлеп, ҡорбан ашына мәсеткә һәм шулай уҡ мохтаждарға бирелде.
Аш бешкәнгә тиклем балалар яттан сүрәләр һөйләне. Хәҙрәт уларҙы татлы ризыҡтар менән һыйланы. Артабан йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы балалар һабантуйы уҙғарылды. Унда ниндәй генә бәйгеләр булманы: йырҙар, шиғырҙар, күҙ бәйләп бүләктәр ҡырҡып алыу, тоҡ кейеп уҙышыу, туп менән уйнау. Тәмлекәстәрҙән һәм уйынсыҡтарҙан балалар ҡәнәғәт ҡалды. Быларҙың барыһын да ауыл аҡһаҡалы Т.Исхаҡов менән бергә ойошторҙоҡ. Программа төҙөп, кескәйҙәр менән уйнап, ихлас йүгереп, ярҙамлашып йөрөнө ул. Шулай уҡ бағымсылыҡ күрһәтеп, шәхси эшҡыуарҙар Фәймә Нәзирова һәм Анжела Платонова ла был изге эштән ситтә ҡалманы. Барыһына ла рәхмәтлебеҙ.
Батыргәрәй хәҙрәт интернат йортонда йәшәүсе алты кешене һәм өс ауылдашты йыуасалар менән һөйөндөрҙө. Был көндө кешеләр мәрхүм-мәрхүмәләрҙе иҫкә алды, улар рухына бағышлап хәйер –саҙаҡа һалды.
Гөлгөнә Хисмәтуллина, ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе.