Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Август 2019, 18:07

Дәүер томандары артында Ғәзизә Юламанованың бер быуатҡа яҡын ғүмер юлы

Туғыҙ тиҫтәһен тултырған өлкәндәрҙе хөрмәтләп, күркәм ғүмер датаһы айҡанлы тәбрикләү күптән матур бер традицияға әйләнде. Ауыл хакимиәте вәкилдәре ҡатнашлығында делегация ветерандың өйөнә барып, бүләктәрен тапшыра, изге теләктәрен еткерә был көндө. Шул ваҡытта ололарҙың йөҙөндәге шатлыҡ- һөйөнстө күрһәгеҙ. Мөлдөрәгән күҙҙәрендә йәш бөртөктәре булыр, ирендәре доға аша рәхмәт һүҙҙәрен ҡабатлар.
1 август Көмәрле ауылында йәшәүсе ил инәһе, ағинәй, тыл һәм хеҙмәт ветераны Ғәзизә Юламанова өсөн икеләтә иҫтәлекле булды. Беренсенән, ул олпат юбилейын — 90 йәшен билдәләһә, икенсенән, ошо уңайҙан Рәсәй Президенты Ҡотлауын алып ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Ғәзизә Исмәғил ҡыҙына төбәлгән был тәбрикләү хатын Липовка ауыл советы рәйесе Илдар Әбдрәфиҡов өйөнә барып тапшырып, юбилейы менән ҡотланы һәм изге теләктәрен еткерҙе.
Өлкәндәр, ғәҙәттә, тормош юлдарын “Бер китап яҙырлыҡ”, — тиергә яратһа ла, ул йылдарҙы бик иҫкә алғылары килмәй, үткәндәрҙәге ауыр хәтирәләр дәүер томаны артында ҡалһын, тиҙәр буғай. Хәйер, йылдар уҙған һайын күп нәмә онотола ла, бик күңелгә уйылып ҡалғандары ғына әленән-әле иҫкә төшөргә мөмкин. Бер быуатҡа яҡын ғүмере эсендә Ғәзизә Юламановаға күпте күреп, күпте кисерергә, һуғыш ваҡытының ауырлыҡ- михнәттәрен татырға ла тура килә. Һуғыш башланғанда 11 йәшлек кенә ҡыҙ тиҫтерҙәре менән тылдағы бөтөн эштәрҙә лә ҡатнаша: фермала мал ҡарауҙа ла, ырҙын табағында ла көс түгергә тура килә уға. Инәһе теккән фуфайка, кейемдәрҙе баҙарға сығара, йыш ҡына пароходҡа ултырып Өфөгә йомортҡа, май, күмәс алып барып һата.
Һуғыштан һуң яҙмышын ауылдашы Ибраһим менән бәйләй. Ирле – ҡатынлы көн-төн колхозда тир түгә. Тормоштарын йәмләп дүрт сабый — бер малай һәм өс ҡыҙҙары донъяға килә. Хәҙер иһә уларҙың һәр ҡайһыһы ғаиләле, инәйҙәре йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, бынамын тигән донъя көтә. Улдары Ринат эске эштәр органдарында хеҙмәт итә, әле отставкалағы майор. Ҡыҙҙары Рәзилә — мәғариф, Рәүфә — сауҙа өлкәһендә, Флүрә төҙөлөштә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар. Ибраһим бабай 74 йәшендә яҡты донъяларҙы ташлап китә.
Нисек кенә әйтмә, Ғәзизә әбейҙең ғүмер көҙө бәхетле, бөгөнгө тормошонан бик ҡәнәғәт ул. Шулай булмай ни, йылы өйө, табын тулы һыйы бар. Таяныр терәге — балалары янында. Һәр береһе инәйҙәренә ҡәҙер-хөрмәт, изгелек күрһәтеп йәшәй, урыны һәр саҡ түрҙә уның. Хөкүмәттең онотмауына, юбилейы менән ҡотлауына рәхмәтле. Тик бер генә теләге бар: тыл ветераны таныҡлығын юғалтҡан, шул документты тергеҙеп биреүҙә ярҙам итһәләр ине, ти ул. Тәғәйен органдарҙа уның үтенесенә битараф ҡалмаҫтар тип ышанғы килә.
Ғөмүмән, ағинәйгә киләсәктә лә яҡындары йәнәшәһендә булып, сәләмәтлектә бәхетле ҡартлыҡ кисерергә насип булһын.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Автор фотоһы.
Читайте нас: