Инйәр
+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Август 2019, 17:53

Белем усаҡтары ишектәрен асасаҡ

Район Хакимиәте бойороғона ярашлы, яңы 2019 – 2020 уҡыу йылына мәктәптәрҙе ҡабул итеү йәһәтенән комиссия төҙөлөп, алдан раҫланған график буйынса белем биреү учреждениеларына һәм балалар баҡсаларына тикшереү үткәрелде. Комиссия рәйесе Ф.Ф.Хәсәнова (район Хакимиәте башлығы урынбаҫары) һәм уның урынбаҫары А.В.Матвеев (мәғариф бүлеге начальнигы) етәкселегендә төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм муниципаль һатып алыуҙар бүлеге начальнигы С.В.Дунаев, Ауырғазы район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлегенең өлкән инспекторы Е.В.Рыжиков, урындағы полиция бүлегенең балиғ булмағандар эше буйынса өлкән инспекторы О.Н.Зверс, ЮХХДИ начальнигы И.Т.Шәрифуллин, бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса баш белгес Н.А.Кривцова, хужалыҡ-эксплуатациялау төркөмө етәксеһе М.М.Ғилманов, хеҙмәт һәм янғын хәүефһеҙлеген һаҡлау буйынса белгес Т.Ф.Исламғолова, РФ мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Архангелдәге ойошмаһы рәйесе Л.Т.Сәйғафарова учреждениеларҙың санитар-эпидемиологик торошон, янғын хәүефһеҙлеген, территорияларҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге билдәләренең, биналарҙа балалар өсөн хәүефһеҙлек мөйөштәренең барлығын тикшерҙе. Бынан тыш, мәктәп яны участкалары (бәҙрәф, ҡаҙанлыҡ, спорт майҙандары) ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Әйтергә кәрәк, һәр белем усағы үҙенә генә хас үҙенсәлеге менән айырыла.
Мәғариф учреждениеларының янғын хәүефһеҙлеге — мөһим талаптарҙың береһе. Шуға күрә, ошо йүнәлештә ҡағиҙәләрҙе һәм нормаларҙы үтәү, атап әйткәндә, янғын сигнализацияларының, хәбәр итеү системаһының төҙөклөгө, видеокүҙәтеүҙең, эвакуациялау юлдары ҡоролмалары урынлаштырылыу һәм уларға ҡаршылыҡтарҙың булмауы, янғын һүндереү сараларының хәле тәү сиратта тикшерелә. Белем учреждениеларының әҙерлеген тикшереү барышында иғтибарға алынғандарҙы иҫәпләп бөтөрлөк түгел. Сөнки бында барыһы ла мөһим һәм һәр ҡайһыбыҙҙың иң ҡәҙерлеһе булған балаларыбыҙҙың ғүмере, һаулығы уларҙы ҡабул итеү сифатына бәйле. Барлыҡ мәғариф учреждениеларында ла косметик ремонт эштәре башҡарылған. Дүрт учреждение бинаһы (Валентиновка, Тәүәкәс, Орловка, “Шишмәкәй”) йәшен ҡайтарығыс менән йыһазландырылған, икәүһенең (Валентиновка, Оҙондар) кәртәһе яңыртылған, Тирәкле мәктәбендә янғынға ҡаршы люктар урынлаштырылған. Бынан тыш, мәктәптәр инеүҙе күҙәтеү системаһы — турникеттар менән тәьмин ителгән, балалар баҡсаларында ишектәргә электромагнит йоҙаҡтар ҡуйылған.
Шулай уҡ, белем биреү учреждениеларын тикшереү барышында биналарҙың эсендәге мәғлүмәт таҡталарында хәүефһеҙлек мөйөштәренең, уҡыусыларҙың хоҡуҡи яҡланыуы, территорияла юл билдәләренең булыу-булмауы асыҡланды. Был йүнәлештә иң яҡшылар исемлегенә Тирәкле, Ҡыҙыл Еҙем, Баҡалды (мәктәбе һәм балалар баҡсаһы) белем биреү усаҡтары, Орловка ауылындағы балалар баҡсаһы һәм башланғыс мәктәп, “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы (Архангел) инде.
Мәғариф учреждениеларының әҙерлеге өсөн иң элек уларҙың етәкселеге яуап тота. Тикшереү барышында асыҡланған ваҡ етешһеҙлектәрҙе улар шунда уҡ хәл итеү сараларын күрҙе. Дөйөм алғанда, райондың барлыҡ белем биреү учреждениелары ла яңы уҡыу йылы башланыуға үҙ ишектәрен асасаҡ.
Таңһылыу Исламғолова,
мәғариф бүлеге белгесе.
Читайте нас: