Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
15 Август 2019, 18:22

“Төп бүләк отоуыма ышанмай торҙом”,-ти Зилә Низаметдин ҡыҙы

“Инйәр” гәзите редакцияһы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы барышында даими рәүештә төрлө дәртләндереү саралары: уйындар, конкурстар, акциялар үткәреп тора. Уҡыусыларыбыҙ иһә квитанция күсермәһен ебәреп, уңыш йылмайырына өмөтләнә. Тәүәкәс ауылынан Зилә Иштуғанова күптән түгел төп призға эйә булды.

— Мин башта ышанмайыраҡ торҙом. Бүләк отоуым тураһында улым Рөстәм шылтыратты. Былай ҙа йор һүҙле ул, шуға шаярта тип уйланым. Элегерәк шәкәр һауыты тәтегәйне, хәҙер килеп ҡиммәтле приз эләкте, рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ, “Инйәр” хеҙмәткәрҙәренә уңыштар теләйем,-тип Зилә Низаметдин ҡыҙы һөйөнөсөн белдерҙе.

Хаҡлы ялдағы ханым оҙайлы йылдар ҡулланыусылар йәмғиәтендә һатыусы булып эшләй. Ире Әхәт Мостафа улы тимер юлында хеҙмәт тире түгеп, пенсияға сыға. Бөгөн улар донъя, хужалыҡ мәшәҡәттәре менән була. Ситтә төпләнгән ҡыҙы, улы, кейәү, килене ҡунаҡҡа ғына түгел, ата-әсәһенә ярҙамлашырға килә. Өс ейәне, бер ейәнсәре лә өләсәй-олатайҙың йылы ҡосағына атлыға. Өлкәндәрҙең итәғәтле ҡарашы, һый-хөрмәте. ауылдың саф һауаһы, әлбиттә, йәнгә дауа.

33 йыл бергә ғүмер итеүсе Иштуғановтар — рухлы ғаилә. Китап уҡырға әүәҫтәр. Ә инде үҙ телебеҙҙәге район баҫмаһынан һис ҡалмайҙар. Маҡсатлы йәшәйеш һәр саҡ уңышҡа илтә, халҡыбыҙ белмәй әйтмәгән: бәхет —беләктә һәм йөрәктә.

Миләүшә Бәширова.

Гөлназ Фәтҡуллина фотоһы.
Читайте нас: