Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
15 Август 2019, 18:13

Маҡсат күрһәтә яҡты юл, тормош күген балҡыта

“Тирмәкәй” балалар баҡсаһына килеп инеү менән клумбалағы аллы-гөллө сәскәләр һәм төрлө уйынсыҡтар күҙгә ташлана. Әкиәт донъяһылай күренгән урында кескәйҙәрҙең күңелен үҫтереп, уларҙы тәрбиәләүсе өлкәндәрҙең хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.

“Йондоҙсоҡ” өлкән төркөмөндә тәрбиәселәр Лиза Бүләкҡолова һәм Гөлнур Юламанова, уларҙың ярҙамсыһы Надежда Степанова эшләй. Икенсе ҡаттағы бүлмә бөтә уңайлыҡтар менән балаларҙың бар яҡлап үҫеше өсөн йыһазландырылған. Уйын өсөн төрлө мөйөштәр, тәҙрә төптәрендәге күҙ яуын алған гөл-сәскә, оларҙың яғымлы ҡарашы — быларҙың барыһы ла кескәй граждандарҙың физик, психик сәләмәтлеге өсөн, тәү сиратта, мөһим шарттарҙың береһе.

Лиза Рифхәт ҡыҙы менән осрашыуыбыҙ йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Уның ихласлығы, миһырбанлығы, балаларҙы яратыуы йөҙөндә сағылғандай.

— Башҡорт дәүләт педагогия университетын 1997 йылда тамамлап, тыуған ауылым Шәриптә (Кушнаренко районы) туғыҙ йыл уҡыттым. Унан Межгорьела рус теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәр бирҙем. Һөнәр һайлауым уҡытыусым Санида Миңнеғәлиеваға бәйле. Иншаларым оҡшай ине, хатта класташтарыма уҡып ишеттерә торғайны. Шуға күрә гуманитар өлкәне һайларға кәңәштәре, үҙемдең дә ҡыҙыҡһыныуым күңелгә ятышлы өлкәне үҙ иттерҙе. Тик кейәүгә сыҡҡас, яҙмыш Архангелгә юлландырҙы. Район үҙәгендә балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып урынлаштым һәм яңылышманым, бик оҡшай. Шулай уҡ Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында мәктәпкәсә йәштәге балалар факультетында белемемде камиллаштырҙым. Яңы уҡыу йылы башланырға күп ҡалманы, уҡытыу-тәрбиә программаһына таянабыҙ, малайҙар-ҡыҙҙар музыка етәксеһе Мария Назаренко, физкультура инструкторы Наталья Штейнардтың дәрестәрендә лә бик әүҙем, йыр һәм спорт кәйефтәренә һәр саҡ ыңғай йоғонто яһай.

“Тирмәкәй”гә 2009 йылда килә. Коллективта шунда уҡ ихтирам ҡаҙана. Үҙ бурыстарын тейешенсә башҡарған хеҙмәткәрҙе балалар баҡсаһы мөдире Надежда Малькова ла, хеҙмәттәштәре лә тик яҡшы яҡтан билдәләй.

Ата-әсәһе Рифхәт Нәсибулла улы һәм әсәһе Фәнзирә Миңнислам ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтле. Тап ғаилә мөхите һәр кемдең йәшәйешендә мөһим роль тотоуын, киләсәктәге уңышлы һәм көйлө тормош икәнлеген халҡыбыҙ ҙа дәлилләгән: ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр.

— Беҙ бишәү үҫтек. Төрлөбөҙ төрлө яҡта (Архангел, Бөрө, Кушнаренко, Саҡмағош райондары) төпләнһәк тә, оло йәштәге ҡәҙерлеләребеҙ янына ҡайтырға, апайҙарым, ағайым менән күрешергә тырышабыҙ. Ирем Филүс Флүр улы менән өс бала тәрбиәләйбеҙ. Көньяҡ урамында хәләл көс менән йорт һалып керҙек. Ильяс — 9-сы, Нияз 7-се класҡа бара, төпсөгөбөҙ Алһыуға 6 йәш, балалар баҡсаһына йөрөй. Улар өсөн өйҙә уңайлы шарттар булдырҙыҡ. Икенсе ҡатта швед стенаһы, бокс менән шөғөлләнергә “груша” ҡуйҙыҡ. Әленән үк етди һөнәрҙәр менән ҡыҙыҡһыналар, шуға күрә маҡсатҡа ынтылыштары, спорт менән мауығыуҙары һөйөнөслө. Бушаған арала тегенеү, гөлдәр үҫтереүгә ваҡыт бүләм. Бүлмәләр һәм шулай уҡ ихатабыҙ шау сәскәгә күмелгән. Баҡсала бергәләшеп уңыш йыябыҙ. Ғөмүмән, бөтә эштәр кәңәшләшеп, ғаилә менән үтәлә. Ирем бөтә ниәттәремде хуплап тора. Күптән түгел Ҡорбан байрамы уҙҙы, 47-ләгән кеше йыйылдыҡ, нәҙер ҡорбаны салдырҙыҡ. Аш-һыу әҙерләгәндә балаларым ярҙамлаша. Бауырһаҡ, бәлеш, курник бешергәнде яраталар, -ти Лиза Рифхәт ҡыҙы.

“Әкиәт” балалар баҡсаһында ремонт барышында күп кенә бәләкәстәр бында йөрөгән. Ата-әсәләр тәрбиәселәрҙең эшенән ҡәнәғәт ҡалған, бигерәк тә Лиза Рифхәт ҡыҙы ипле һүҙе, наҙ-һөйөү тулы мөнәсәбәте менән хөрмәт яулаған. Үҫеп килеүсе йәш быуын йөрәгенә илһөйәрлек, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр һеңдереп, хеҙмәтенән ғәм, йәм тапҡан Л.Бүләкҡоловаға артабан да уңыштар юлдаш булһын.

Миләүшә Бәширова.

Автор фотоһы.
Читайте нас: