Инйәр
0 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән...
15 Августа 2019, 05:33
Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында раҫланған "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам" милли проектында ҡатнашыу мөмкинлеге булған предприятиелар өсөн урындарҙа семинар-кәңәшмәләр бара
Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында раҫланған "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам" милли проектында ҡатнашыу мөмкинлеге булған предприятиелар өсөн урындарҙа семинар-кәңәшмәләр бара.
– Бөгөн беҙ республикала эшләгән компанияларҙы бер урынға берләштереү өсөн предприятиеларға "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам" милли проекты программаһында ҡатнашыу мөмкинлеген асҡан семинар-кәңәшмәләр серияһын уҙғарабыҙ, – тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Ошондай осрашыуҙарҙы Нефтекама, Ишембай, Өфө ҡалаларында, Бәләбәй районында уҙғарырға йыйыналар. Уларҙа предприятиеларҙың милли проектта ҡатнашыу өҫтөнлөктәре, ойошмаларға ярҙам саралары, етештереү ҡағиҙәләре ҡараласаҡ.
Милли проектта ҡатнашыу уларға етештереүҙең һөҙөмтәлелеген, персоналдың квалификацияһын һәм ҡыҙыҡһыныуын, етештергән продукцияның нәтижәһен арттырыуға, муниципалитеттарҙың иҡтисади ҡеүәтен һәм һалым базаһын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Ҡатнашыусыларға программаға инеү аҙымдарын ентекләп аңлатасаҡтар.
По материалам:
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/milli-proekt-khe-m-t-eteshtere-s-nlege-m-m-sh-llekk-y...
#ВладимирПутин
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"