Үткән йәкшәмбелә бөтә донъя мосолмандары
Ҡорбан ғәйетен үткәрҙе. Абҙан ауылында ла был
байрам киң билдәләнде. Мәсеткә тотош ғаиләләре, туғандары менән дә килеүселәр күп ине. Һәр ҡайһыһы донъя именлегенә һөйөнөп, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап, хәйер-саҙаҡа һалды. Рәүеф хәҙрәт Кинйәғолов байрам айҡанлы абҙандарҙы ихлас ҡотланы һәм
ҡорбан йолалары тураһында һөйләне. Артабан ғәйет намаҙын уҡып, тәҡбир әйтелгәндән һуң, һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Абҙандарҙы байрам менән тәбрикләргә район Советы рәйесе Рәүф Рәхмәтуллин, Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры Гөлшат Закирова килде. Улар һәр кемгә сәләмәтлек, ғаилә бәхете, шатлыҡ-ҡыуаныстар юлланы. Ауыл хакимиәте башлығы Динара Хәсәнова ауылдаштарына матур теләктәрен еткерҙе, шулай уҡ йорт-ихаталарҙы таҙа тотоу, зыяратты тәртипкә килтереү, һәр ерҙә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү кәрәклеген дә иҫкә төшөрөп үтте. Үрге Ырныҡшынан оло быуын вәкиле Хисаметдин Искәндәров һәм Мәскәүҙән ҡайтҡан ошо ауыл ҡыҙы Рәйлә Кинйәбулатова ла ҡотлау һүҙҙәренә ҡушылды.