Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
9 Август 2019, 17:00

Эш сәфәре — Краснокуртовка ауыл биләмәһенә

Үткән аҙнала район хакимиәте башлығы Илшат Әминевтың эш сәфәре Краснокуртовка ауыл советы биләмәһендә үтте. Уны ауыл хакимиәте башлығы Владимир Карпов ҡаршы алды. Урындағы проблемаларҙы барлау һәм төп объекттарҙы ҡарап сығыу Успенканан башланды. Тәүге туҡталыш — ауыл клубы бинаһы. Мәҙәни саралар ойоштороусы Нина Андреева үҙҙәренең эшмәкәрлеген яҡтыртты. Ҡунаҡ тиҙгә килер, аҙ булыр, күп күрер, тигән халыҡ әйтемендәге кеүек, район етәксеһе шунда уҡ стеналағы иғланға күҙ һалып, дискотекалар йәйгеһен ысынлап үткәрелеүе-үткәрелмәүе тураһында һорау ҙар бирҙе. Нина Ивановна Благовещенкала клуб булмау сәбәпле,бында йәштәр өсөн даими күңелле ял ойошторолоуын әйтте. Клуб уртаһындағы теннискорты ла хуплау тапты. Ул бағымсы дуҫтар ярҙамы менән алынған. Илшат Әминев хеҙмәткәрҙең эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынды һәм уның аҙ күләме уңайынан борсолоу белдерҙе. Владимир Николаевич ҡыҫҡаса хәл итәһе мәсьәләләрҙе атап үтте: электр үткәргестәрен яңыртыу, ремонт эш тәре башҡарыу. Шулай уҡ урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса биләмәләге граждандар сходының тап ошонда уҙғарылыуын, биш тыл һәм хеҙмәт вете раны, Бөйөк Ватан һуғы шында ҡатнашыусы ике кешенең тол ҡатыны йәшәүен
бил дәләне. Икенсе туҡталыш — ауыл ғибәҙәтханаһы. Ирекмән Сергей Семеняга Илшат Нәжмитдин улына май айынан төҙө лөш эштәренең йәнләнеп китеүе, электр үткәрелеүе, йыйылған аҡсаға көмбәҙ ҡуйылыуы тураһында бәйән итте. “Һаулығығыҙ ҡаҡшап тороуға ҡарамаҫтан, изгелек ҡылып йәшәйһегеҙ”,-тип район баш лығы Сергей Александровичҡа ихласлығын белдерҙе. Сиркәүҙең эске торошо байтаҡ саралар талап итә. Был хаҡта В.Карпов кемдәр бағымсылыҡ күрһәтеүен, ниндәй эштәр башҡарыласағын еткерҙе. Иғтибарҙы йәлеп иткән күркәм фельдшер-акушерлыҡ модуле ишектәрен фельдшер Людмила Титова асты. И. Әминев хеҙмәт урыны, уңайлыҡтарҙы ҡарап, ҡабул итеүгә, процедураларға кешеләрҙең күренмәүе, шулай уҡ проблемалары тураһында һорашты. Миҙгел ҡышҡылыҡҡа эште арттыра, бесән, утын әҙерләү, баҡса һәм башҡа мәшәҡәттәргә бәйле халыҡ аҙ йөрөй. Модулле ФАП районда берәү, уны урынлаштырыу, материалдарҙы килтереү хаҡында ла хәбәрҙар булды етәксе. Артабан И.Н.Әминев Шакировкалағы ауыл китапханаһында булды. Бүлмәләрҙең тарлығы һәм башҡа мәсьәләләр шулай уҡ иғтибарға алын ды. В.Н.Карпов яңы урам дарҙың юлдарын төҙөкләндереү, соҡор-саҡырҙарҙы ямау, ташҡын йыуыу сәбәпле, яр буйҙарын нығытыу кеүек мөһим проблемалар тураһында ла һөйләне. Эшлекле сара ауыл хакимиәтендә йомғаҡланды.

Миләүшә Бәширова.

Рәғиҙә Ғиззәтуллина фотоһы.
Читайте нас: