Инйәр
+16 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
9 Августа 2019, 12:25
Бурысты намыҫ менән
Фото из открытых источников
Һуңғы бер нисә йыл ауыл кешеһе өсөн үтә ҡатмарлы килә: йә ҡойма ямғырҙар, йә ҡоролоҡ ҙур ыҙалыҡ менән үҫтергән уңышты һәләк итә. Шуға ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре үҙҙәренең ер алдында булған бурысын йыл һайын
намыҫ менән үтәй. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш агрономы Рәфис Абдуллин районда мал аҙығы әҙерләү барышына ҡыҫҡаса анализ яһаны. Уның билдәләүенсә, был йүнәлештә эштәр ҡәнәғәтләнерлек
темпта бара. 9 авгусҡа ҡарата мәғлүмәттәргә килгәндә, дөйөм алғанда, район буйынса әҙерләнгән бесән 11750 тоннаға еткән, 8350 тонна сенаж траншеяларға һалынған. Бөтәһе 5680 гектар сабылған. Мал башына
шартлы рәүештә 24 ц аҙыҡ берәмеге етештерелгән.
— Бесәндең төшөмө яҡшы,йәшел масса тос. Быйыл һәр баш малды фураждан тыш 28 центнерҙан ашыу аҙыҡ берәмеге менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылғайны. Әлеге мәлдә план үтәлеше яҡынса 85 процент тәшкил итә, — ти Рәфис Шакирйән улы мал аҙығы кампанияһында ҡатнашыусыларҙың хеҙмәтен юғары баһалап.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"