Был икмәкте ғәрәптәр яратып бешерә. Шулай уҡ ул хәҙер беҙҙең супермаркеттарҙа ла йыш күренә башланы.
Ярты кило бойҙай оно (эре тарттырылған булһа, бигерәк һәйбәт), 25 грамм әсетке, 1 балғалаҡ тоҙ, һыу.
Әсеткене һыуҙа ебетергә, ондо иләргә. Тоҙҙо ярты стакан һыуҙа иретергә.
Ондо өйөп һалып, уртаһына әкренләп кенә әсетке ҡойорға. Шул уҡ ваҡытта тоҙло һыу ҙа өҫтәлә. ҡамыр ҡаты килеп сығырға тейеш. Уны мейескә ҡуйыр алдынан бер сәғәт самаһы тоторға мөмкин, ашыҡҡандар шунда уҡ бешерә башлай ала.
ҡамыр уртаса сынаяҡ аҫты ҙурлығында, 2 сантиметр ҡалынлығында йәйелә. Аҡрын ғына, бер ниндәй тишектәр булмаҫлыҡ итеп йәйәләр, майланмаған табаға һалалар. Икмәк 5 – 7 минутта бешеп сыға. Шуныһы ла бар – мейесе булмаған хужабикәләр питаны табала ғына ла ҡыҙҙырып ала.
2 стакан дөгө ярмаһы, 1 банка йәшел борсаҡ, ҙур булмаған бер киҫәк һарыҡ ите, 200 грамм һарыҡ итенән әҙерләнгән фарш, 200 грамм бәшмәк, тарттырылған ҡәнәфер, тоҙ, ике ҡап ҡатлы ҡамыр, фисташка сәтләүеге.
Ит менән бәшмәкте ваҡлап турарға. Итте аҙ ғына майҙа ҡыҙҙырырға һәм уға бәшмәк өҫтәргә, тарттырылған ҡәнәферҙе һибергә. Был ингредиенттар 3 минут тирәһе ҡыҙҙырылғас, табаға борсаҡ һалына. Унан һуң дөгө өҫтәлә. Дөгөнө алдан бер сәғәт тоҙло һыуҙа тоторға һәм сайҡатып алырға кәрәк.
Табаға һыу ундағы аҙыҡты саҡ ҡына ҡаплап торорлоҡ итеп һалына, яҡынса алғанда, 2 стакан дөгөгә 1,5 стакан һыу кәрәк. Һыу ҡайнап сыҡҡас, табалағы ҡатнашманы бутарға һәм өҫтөн ҡаплап, 40 минутҡа талғын утҡа ҡуйырға. Узи бешкәндә табаны асыу ҡәтғи тыйыла.
Сәтләүектәрҙе уртаға бүлеп, ҡыҙҙырырға ла тәрилкәгә һалырға. Шул уҡ табаға фарш менән ҡәнәфер һалып ҡыҙҙырырға, тоҙ өҫтәргә. Сәтләүек менән итте ҡушырға.
ҡамырҙы дүрткел итеп ҡырҡырға, уның ҙурлығы узи ваҡ бәлештәр кеүегерәк ҙурлыҡта килеп сығырлыҡ булырға тейеш. ҡамырға иң тәүҙә фисташкалы ит һалына, өҫтөнә − дөгө. Шунан ҡамырҙы конверт кеүек урарға кәрәк. Ныҡ майланған табаға һалып, мейескә ҡуялар, өҫтөнә кунжут һибергә лә була. Узи 20 минут самаһы бешә. Мейестә артыҡ тотмағыҙ, сөнки кибәсәк.