Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Август 2019, 17:29

Мөһим ултырыш — район хакимиәте башлығы менән контракт

Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль район Советының сираттағы 34-се ултырышы үтте. Уның эшендә район Советы депутаттары, район хакимиәте вазифаһына тәғәйенләнгән Илшат Әминев, төрлө ведомство вәкилдәре, учреждение, предприятие, ойошма етәкселәре, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Көн тәртибендә ун һорау ҡаралды.
Тәүге икәүһе район ҡаҙнаһына ҡағылышлы ине. 2019 йылдың беренсе ярты йыллығында БР Архангел районы муниципаль район бюджеты үтәлеше тураһындағы отчет һәм “2019 йылға һәм план осоро 2020 һәм 2021 йылдарға БР Архангел районы муниципаль район бюджеты тураһында”ғы (27.12.2018 йыл, №354) Совет ҡарарына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында һүҙ барҙы.
БР Архангел районы муниципаль райондың муниципаль милкен БР буйынса Федераль һалым хеҙмәте Идаралығына бушлай файҙаланыуға тапшырыу; БР Архангел районы муниципаль райондың муниципаль милкен Башҡортостан Республикаһы дәүләт милкенә тапшырыу; БР Архангел районы муниципаль район территорияһында муниципаль ташламалар биреү тураһындағы Положениены раҫлау; БР Архангел районы муниципаль районы ауылдарындағы шәхси торлаҡ фондына газ үткәреү тураһындағы Положениены раҫлау; “БР Архангел районы муниципаль районында муниципаль хеҙмәт вазифаларына конкурс үткәреү талап ителмәгән теҙмә тураһында”ғы ( 28.03.2013 йыл,№126; ред. 22.01.2015 йыл,№399) Совет ҡарарын ғәмәлдән сыҡҡан тип иҫәпләү тураһында; БР Архангел районы муниципаль район Советы аппаратының штат теҙмәһе һәм вазифалар исемлеге структураһына үҙгәрештәр индереү тураһында; “БР Архангел районы муниципаль район хакимиәте вазифалары исемлеге, структураһы тураһында”ғы (25.01.2013 йыл, №80; ред. 08.06.2018 йыл, №289) Совет ҡарарына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында мәғлүмәт тыңланды һәм һәр береһе буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.
Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль район Советы рәйесе Рәүф Рәхмәтуллин һәм район хакимиәте башлығы Илшат Әминев тарафынан контрактҡа ҡул ҡуйылды. Ике ай дауамында район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Илшат Нәжметдин улы район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнде.
Социаль мәсьәләләр һәм туризмды үҫтереү буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәрзәнә Хәсәнова ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе.
Илшат Әминев ултырышта ҡатнашыусыларға район хаҡына бар тырышлығын һаласағын һәм рәхмәтен белдереп сығыш яһаны, берҙәм һәм әүҙем булырға саҡырҙы.
Миләүшә Бәширова.
Ирина Куркова фотоһы.
Читайте нас: