Инйәр
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Август 2019, 17:36

Иртәгә — Физкультурниктар көнө

Фото; Альберта Рахимова
Фото; Альберта Рахимова
Сәләмәтлек күнекмәләргә бәйле
Районыбыҙҙа спортты, физкультураны, сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеүселәр йылдан-йыл арта бара. Спортсылар иһә районда ғына түгел Республика, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа районыбыҙ данын яҡлап, уңышлы сығыш яһай, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Физкультурниктар көнө уңайынан район Хакимиәтенең Йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Алевтина Владимировна Тиуноваға спорт өлкәһенә байҡау яһауын һорап мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:
— Районда кешеләрҙең спорт менән мауығыуы, уға ылығыуы айырыуса әүҙемләшә бара, ғөмүмән, спортты үҙ итеүселәр йылдан-йыл арта тип әйтергә мөмкин. Спорт һәм физкультураға төрлө йәштәге кешеләр йәлеп ителә. Ошонан сығып, беҙҙең төп маҡсат — даими рәүештә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр һанын арттырыу. Был йәһәттән йыл башындағы күрһәткестәр буйынса 6654 кеше (3 –тән 79 йәшкә тиклемге райондың дөйөм халҡының 41,6 проценты) тәшкил итһә, 31 июлгә ҡарата ул 7231-гә (42,9 процент) етте. “Спорт — тормош нормаһы” төбәк проектын бойомға ашырыу сиктәрендә физкультура һәм спортты үҙ итеүселәр һанын 55 процентҡа тиклем күтәреү зарур. Бының өсөн урындарҙа физик культура – масса эше төрҙәренең яңы тәьҫирле ысулдарын ҡулланыу буйынса эшмәкәрлекте әүҙемләштерергә кәрәк.
Халыҡтың киң ҡатламын спорт менән даими шөғөлләнеүгә ылыҡтырыуға йүнәлтелгән “Районда физик культураны, спортты һәм үҙешмәкәр туризмды үҫтереү” муниципаль программаһын тормошҡа ашырыу барышында дөйөм спортты йәйелдереүҙә яуланған позицияларҙы һаҡлау айырыуса иғтибарға алынған. Ошо йәһәттән төрлө йәштәге кешеләрҙе физик культура- сәләмәтләндереү, спорт ярыштарында, конкурстарҙа, турнирҙарҙа ҡатнашыуға өгөтләү, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау буйынса һәр төрлө алымдар ҡулланыла. Районда бындай саралар ойоштороу буйынса йыл һайын берҙәм календарь план төҙөлә (йылына 80-дән ашыу сара уҙғарыла).
“Йәйғор” үҫмерҙәр клубы, “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге менән берлектә комитет сәләмәт йәшәү рәүешенең мөһим өлөшөн биләгән, физик әүҙемлекте киң йәйелдереү өҫтөндә эш алып бара. Физик культура профилактика системаһында төп ролде уйнай. Еңел атлетика буйынса 9 Майға арналған эстафета, предприятиелар һәм ойошмалар араһында уҙған волейбол буйынса чемпионат, “мини-футбол” буйынса район беренселеге, “Милли кросс”, “Рәсәй Саңғы юлы” исеме аҫтында саңғы уҙыштары ҡатнашыусыларҙы күп йәлеп иткән сараларға әйләнгән. Р.И.Фәйзуллин (саңғы), З.З.Ҡанбәков (шахмат), Л.В.Губачева, С.Х.Хәбиров (волейбол), А.Н.Абрамчук (хоккей), Советтар Союзы Геройҙары И.И.Пстыго (ирекле көрәш), Т.А.Саевич (баскетбол) иҫтәлектәренә үткәрелгән ярыштарҙа халыҡ бик теләп ҡатнаша.
Быйыл тәүге тапҡыр хаҡлы ялдағылар спартакиадаһы уҙҙы. Унда ауыл биләмәләренән 7 команда үҙ-ара көс һынашты. Артабан район пенсионерҙарының йыйылма командаһы республика этабында 42 команда араһында 17 урынды биләне һәм был, әлбиттә, насар түгел, киләһе йыл күрһәткестәр тағы ла күтәрелер тип ышанабыҙ. Шулай уҡ Халыҡ-ара атлап йөрөү — Скандинавса йөрөү көнөнә арналған сарала Өфө ҡалаһының ошо йүнәлештәге клуб етәксеһе З.Мортазина һәм белгестәре оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
Ҡышҡы миҙгелдә ярыштар уҙғарыу үҙәге булып “Юбилейный” стадионы (мөдире Я.Ю.Рацен) тора. Янис Юрьевич хоккей буйынса үҫмерҙәр йыйылма командаһының тренер- преподавателе. Уның етәкселегендә район һәм муниципалитет – ара бәйгеләр ойошторола. Мәҫәлән, ҡышҡы осорҙа 15 хоккей уйындары һәм коньки уҙыштары үткәрелде. Ошо урында үҫмерҙәр командаһы уйынсылары К. Кошелев, Е. Мальцев, А.Хахурин, Д.Шальковты айырым билдәләргә мөмкин. Улар катокты туңдырыуҙа, уны ҡарҙан таҙартыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Ярыштарҙа күрше райондарҙың (Нуриман, Ғафури, Ауырғазы, Белорет) командалары ла әүҙем ҡатнаша.
Әлеге мәлдә балалар спортын үҫтереү менән “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге шөғөлләнә. Күнекмәләргә 600-ҙән ашыу уҡыусы йөрөй. Үҙәктең ирекле көрәш буйынса тренер-преподавателе И.Ә.Әхмәтйәновтың тәрбиәләнеүселәре төрлө кимәлдәге яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Улар — А. Коробова, А.Шәрәфетдинов, Н.Кобяков, Д.Барсукова, А.Антипин һәм башҡалар. Шуныһы һөйөнөслө, Физкультурниктар көнөн билдәләү сиктәрендә Илдар Әхәт улы спорт өлкәһендәге Рәсәй Олипиада комитеты дипломы менән бүләкләнде. Ҡатын-ҡыҙҙар баскетболы бүлегендә (етәксаеһе С.А.Рубин) шөғөлләнеүсе тәрбиәләнеүселәребеҙ ҙә һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшә: А.Яшенкова, Э. Хикмәтуллина, Л.Сәлихова һәм башҡалар яҡшы уйынсаларҙан һанала. Тренер Станислав Александрович —баскетбол буйынса ир-егеттәр йыйылма командаһының капитаны ла. Уның башланғысында уҡыусылар, йәштәр һәм ветерандар араһында даими рәүештә ярыштар ойошторола.
“Йәйғор” үҫмерҙәр клубында спорт төрҙәренә бәйле түңәрәктәр уңышлы эшләй. Мәҫәлән А.Й.Рәхимов етәкселегендә шахмат һәм өҫтәл теннисы менән шөғөлләнеүсе балалар республика, муниципаль кимәлдәге бәйгеләрҙә йыш ҡына ҡатнашып, тәүге баҫҡыстарҙы яулай. Бында тәрбиәләнеүселәребеҙ Э.Әхиәров, А.Вашкевич, Р.Хөсәйеновты билдәләргә мөмкин.
Йыл башынан спортсыларыбыҙ Башҡортостандың 27 ауыл ярыштарының 13 төрөндә көс һынашты һәм һәйбәт күрһәткестәр алып ҡайтты. Волейбол буйынса ир-егеттәр йыйылма командаһы бронза призеры исеменә лайыҡ булһа, баскетболда ир-егеттәр һәм ҡатын – ҡыҙҙар йыйылма командалары республика уйындары финалына сыҡты. Еңел атлетика һәм саңғы уҙыштарында ла һынатмайбыҙ.
Физик культура һәм спортты үҫтереү сиктәрендә район тарихында беренсе тапҡыр беҙгә быйыл БР спорт йондоҙҙары килде. Мартта “Юбилейный” стадионында “Салауат Юлаев”тың ветерандар йыйылма командаһы менән иптәштәрсә осрашыу булды, улар тарафынан оҫталыҡ дәресе күрһәтелде. Рәшит Ғимаев, Руслан Нурдинов кеүек билдәле хоккейсылар менән яҡындан аралашыу, бергәләп фотоға төшөү бәхете тейҙе. Майҙа иһә бокс буйынса 3 тапҡыр Донъя чемпионы Давид Аванесян, “Уфимец” баскетбол клубы составындағы Рәсәй чемпиондары Евгений Маринин һәм Павел Кречетов менән осрашыуҙар ҙа һөйөндөрҙө.
Район халҡы спортты ярата һәм шөғөлләнә. Ветерандарҙың волейбол, хоккей, футбол буйынса йыйылма командалары булыуы быға асыҡ миҫал. Ағымдағы йылда улар ҡатнашлығында Валентиновкала һәм Архангелдә муниципаль – ара ярыштар үткәрелде. Район спорт мастерҙары — Р.Сәйфуллин, Г. Вәлиева (спорт туризмы), П. Михайлов, В. Юламанова (пауерлифтинг), В. Карклин (дзюдо), Ю.Ҡотлозаманов, В.Яҡшымбәтов, Р.Килмөхәмәтов (саңғы уҙыштары), М.Мөслимов (полиатлон), Спорт мастерына кандидаттар Ф.Йортомбаев (еңел атлетика), И.Мөхәмәтйәнов, И.Ҡотломбәтов, Р. Гәрәев (полиатлон), Х.Өмәтҡолов (бокс һәм ишеү), Д.Кинйәғолов (волейбол), Д.Бикбулатов (көрәш), Д.Хәсәнов (саңғы уҙыштары), А.Әбдрафиҡов (саңғы уҙыштары һәм еңел атлетика), Г.Хөсәйенова (ирекле көрәш) кеүек билдәле яҡташтарыбыҙ менән дан тота.
Күп нәмәләр эшләнгән һәм дауам итә. Ләкин физик культура һәм спортты үҫтереү буйынса тағы ла уңышлыраҡ һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн был өлкәне үҙ итеүселәр һанын арттырыу, тренер-уҡытыусыларҙың өҫтәлмә штатын булдырыу, футбол, туризм, еңел атлетика, гимнастика (ауыл ерендә) буйынса тренерҙарҙы йәлеп итеү, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға физик культура менән шөғөлләнеүгә уңайлы шарттар тыуҙырыу йүнәлешендәге проекттар өҫтөндә эшләү, бассейны булған физкультура-спорт комплексы төҙөү мөһим.
Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтергә теләйем: физик культура һәм спортты үҫтереү — сәләмәт йәмғиәттең нигеҙе ул. Беҙҙең Архангел районы спорт өлкәһендәге үҙенең йолалары менән дан ҡаҙанған. Бөтә Рәсәй, Волга яны федераль округы, республика кимәлендәге ярыштарҙы тыуған ере намыҫын яҡлаған спортсыларыбыҙ айырыуса ғорурлыҡ тыуҙыра. Байрам —Физкультурниктар көнө уңайынан барлыҡ коллегаларыма, спортсыларға, уҡытыусы-тренерҙарға, спорт ветерандарына, спорт һөйөүселәргә уңыштар, ҡоростай сәләмәтлек, яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйем. Физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүҙе дауам итегеҙ, тән һәм йән сихәте һеҙгә.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина яҙып алды.
Читайте нас: