Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Август 2019, 17:48

“112” һанын йыйғанда ялған хәбәр өсөн яуаплылыҡты онотмағыҙ!

“112” телефон номеры — иң мөһимдәрҙең береһе, уны һәр кеше белергә тейеш. Сөнки ул ашығыс рәүештә граждандарҙың ғүмерен һәм милкен ҡотҡарыуға бәйле. Тик ҡайһы бер осраҡта был номер шаярыу ҡоралына әйләнеүе менән ҡыҙғаныс.
Республика саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәге диспетчерҙары тәүлек әйләнәһенә 7 меңгә яҡын шылтыратыу ҡабул итә. Ағымдағы йылдың алты айында үҙәк тарафынан 1 млн 100 мең шылтыратыу ҡабул ителгән һәм эшкәртелгән. Шуларҙың 52 проценты “ялған” һәм “ балалар шаярыуы” категорияһына ҡарай. Ялғандарҙы ғәҙәттәгесә, икегә бүлеп ҡарарға була: ысын булмаған буш хәбәр йәки “балалар шаярыуы”. Бынан тыш, кескәйҙәр һәм өлкәндәр сим-картаны тикшереү маҡсатында шылтырата йәки урынһыҙ һорауҙар бирә һәм башҡалар.
Бындай ялған шылтыратыуҙар диспетчерҙарҙы төп бурыстарын үтәүҙән албырғата, линияға һәм бәйләнеш каналдарына артыҡ көс төшөрә. Ә бит был ваҡытта, ысынлап та, кемдер янғын һағы, полиция, медицина, газ хеҙмәттәре ярҙамына мохтаждыр. Шуға күрә ата-әсәләр бындай ялған хәбәр итеүҙең һөҙөмтәләре тураһында балаларына аңлатырға, телефонды ҡулдарына бирергә тейеш түгел.
Шулай уҡ иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: экстрен оператив хеҙмәттәргә ялған хәбәр итеү өсөн граждандар административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуҙары ихтимал. Террор акты тураһында күрәләтә ялған хәбәр өсөн енәйәти яза ҡарала.
Экстрен хеҙмәттәр номеры буйынса һәр шаярыуҙың аҙағы — кемдеңдер милкен, һаулығын юғалтыуы, хатта ғүмере өҙөлөүенә килтереүен онотмағыҙ!
Камила Ғабдуллина, район буйынса берҙәм дежур диспетчер хеҙмәте етәксеһе, өлкән диспетчер.
Читайте нас: