Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Август 2019, 18:40

Заготовки на зиму

Борщ
Ҡышын, ашыҡҡан ваҡытта, тиҙ генә бешереп ебәрер өсөн ошо көндәрҙә үк борщ әҙерләп ҡуйырға була. Ябай ғына рецепт: өс-дүрт лавр япрағы, ике кг сөгөлдөр, бер кг кишер, бер кг һуған, бер кг кәбеҫтә, ике кг помидор, бер тырнаҡ һарым­һаҡ, ярты стакан көнбағыш майы, ике ҡалаҡ тоҙ, 10 бөртөк ҡара борос, ике ҡалаҡ шәкәр, ике ҡалаҡ аш һеркәһе.

Сөгөлдөр менән кишер эре ҡырғыстан үткәрелә. Кәбеҫтә һәм һуған һаламлап турала, помидор ит үткәргес аша тарттырыла. Аҙаҡ бөтә ингредиенттарҙы ла бергә ҡушып, тоҙ, шәкәр, борос, лавр япрағы һалып, 25 минут ҡайнатырға кәрәк. Борщты уттан алыр алдынан туралған һарымһаҡ һәм һеркә өҫтәргә кәрәк. Стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡастар менән ябып һаҡларға.


Йәшелсә икраһы
Ике кг помидор, бер кг һуған, бер кг кишер, бер кг татлы борос, ярты литр көнбағыш майы талап ителә.

Иң тәүҙә һуғанды турап, майлы табала ҡыҙҙырырға кәрәк. Шул арала кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп, помидор, боросто һәм һуғанды турап, тоҙ һалып, барыһын бергә асыҡ һауытта 1,5 сәғәт ҡайнатырға. Һуңынан стерилләнгән банкаларға тултырып һаҡларға.



Читайте нас: