Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Август 2019, 18:30

Һәр мәсьәлә етди урын биләй

Аҙна башында уҙған оператив кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы И.Н.Әминев тәүҙә яңы кадрҙар менән таныштырҙы: Илдар Рауил улы Фәхретдинов — район хакимиәтенең хоҡуҡ бүлеге начальнигы, Любовь Георгиевна Губачева — финанс мәсьәләләре, иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарасаҡ.
Берҙәм дежур-диспечер хеҙмәте белгесе А.М. Горелов граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса үткән аҙналағы ваҡиғаларға байҡау яһаны. Артабан һүҙ ағымдағы йылдың 1-се ярты йыллығында райондың социаль – иҡтисади үҫеше йомғаҡтары, ауылдарҙа интернет селтәрен киң йәйелдереү мөмкинлектәре, бешмә ауырыуы буйынса республика статусының үҙгәреүе һәм Ҡорбан байрамын уҙғарыу тураһында барҙы. Шулай уҡ ауыл биләмәләрендә башҡарылған төҙөкләндереү эштәренә анализ яһалды.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: