Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Август 2019, 17:52

“Мобиль һайлаусы” ярҙамында тауыш биреп буласаҡ

24 июлдән “Мобиль һайлаусы” механизмы эшкә ҡушылды. Уның ярҙамында республиканың ҡайһы мөйөшөндә булһаң да, һайлауҙарҙа тауыш бирергә мөмкин.
Бының өсөн һайлау көнөндә ҡайҙа буласағың тураһында алдан ғариза яҙырға кәрәк. Әлеге башланғыс 8 сентябрҙә сит ерҙәрҙә командировкала, ялда булыусылар, ҡырҙа уҡыусылар өсөн уңайлы буласаҡ. Шулай уҡ “Мобиль һайлаусы” хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә лә уңайлыҡ тыуҙырасаҡ.
Һайлауҙар көнөндә ҡайҙа буласағығыҙ һәм тауыш бирәсәгегеҙ хаҡында ғаризаны 4 сентябргә ҡәҙәр теләһә ҡайһы территориаль һайлау комиссияһына тапшырырға мөмкин. Шулай ук респуб­ликалағы күп функциялы үҙәктәргә, Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе берҙәм порталға мөрәжәғәт итергә була. Ә 28 августан 4 сентябргә тиклем республикалағы 3397 участка һайлау комиссияһының береһенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Ғариза биреүсенең үҙе менән паспорты булырға тейеш.
Әгәр ҙә граждан бер нисә ғариза тапшырған икән, уларҙың беренсе яҙылғаны ғына ғәмәлдә һанала. Ғариза яҙылып та граждан ҡайҙалыр китмәй икән, ул үҙ һайлау участкаһына килергә хоҡуҡлы. Бары тик уға бер ни ҡәҙәр тикшереү үтергә кәрәк буласак, йәғни уның башҡа участкала тауыш бирмәгәнлеген иҫбатлау мөһим. Участка һайлау комиссияһы быны ике сәғәт эсендә асыҡларға тейеш. Гражданды ҡайтанан исемлеккә индереү өсөн уға яңынан паспортын йәки уны алыштырыусы документты күрһәтеү һораласаҡ.
Территориаль һайлау комиссияһы.
Читайте нас: