Инйәр
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән...
5 Август 2019, 13:25
Күҙәтеү аҫтындағыларҙы тикшереү маҡсатында
2019 йылдың 5 авгусынан 14-енә тиклем Башҡортостан Республикаһы территорияһында “Административ күҙәтеү” оператив-профилактик сара үткәрелә. Уның маҡсаты Федераль закон тәьҫире аҫтына формаль рәүештә эләккән элек хөкөм ителеүселәрҙе асыҡларға һәм уларҙы административ күҙәтеүгә (билдәләнгән осраҡта) ҡуйыу, был эшмәкәрлектә ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара тығыҙ бәйләнешен ойоштороуға, шулай уҡ хөкөм ителгәндәр һәм административ күҙәтеү, шулай уҡ формаль күҙәтеү аҫтына алынғандарҙың енәйәт юлына баҫмауын һәм хоҡуҡ боҙмауын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Бынан тыш, полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан административ күҙәтеүҙәгеләрҙең суд тарафынан билдәләнгән сикләүҙәрҙе үтәүен, Федераль законда ҡаралған бурыстарҙан тайпылмауын тәьмин итеү буйынса даими тикшереүҙәр башҡарыласаҡ. Йәмәғәтселеккә хәүеф тыуҙырыусыларға, енси ирекһеҙләү һәм балиғ булмағандарҙың енси иркенә бәйле ауыр енәйәттәр ҡылыусыларға, ҡурҡыныс енәйәттәрҙә ғәйепләнеүселәргә айырыуса иғтибар биреләсәк.
Айгөл Сәйғафарова,
район эске эштәр бүлегенең өлкән инспекторы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Март , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Март , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Март , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Март , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"