Ойошмаларға һәм предприятиеларға ҡайһы бер һөнәр буйынса эшкә урынлашҡан ваҡытта эш биреүселәр балиғ булмағандарҙан хөкөм ителмәгәнлек тураһында белешмә һорай. Эшкә урынлашыу өсөн опека органынан һәм ата-әсәнән дә (опекундан) рөхсәт кәрәк буласаҡ. Хөкөм ителмәгәнлек хаҡында белешмә алыу өсөн ғаризаны 14 йәше тулған бала исеменән ата – әсәһе (уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа, опекаға алған, ышаныс белдергән кеше) тапшырырға мөмкин. Уны Дәүләт хеҙмәттәре порталын (
www.gosuslugi.ru) файҙаланып, электрон ысулда бирергә була. Хөкөм ителмәгәнлек белешмәһен алыу өсөн ғаризала “Ата-әсә йәки уллыҡҡа алыусы”, йәиһә “Опекун” йүнәлештәрен һайлағыҙ. Формала түбәндәрәк баланың СНИЛС һәм паспорт белешмәләре күрһәтелә.