Ошоға мал сиренә бәйле, Росельхознадзор ҡарары (05.06.2019 йыл) менән Рәсәй Федерацияһының субъекттары статусына үҙгәрештәр индерелде, элек уларҙың статусы вакцинациялау талап иткән хәүефле зонаға ҡарай ине. Шулай итеп, 27 төбәктә бешмә буйынса статус вакциянациялау менән имен статусына үҙгәртелде. Ошо ҡарар нигеҙендә дәүләт ветеринария күҙәтеүе аҫтында булған тауарҙарҙы йөрөтөү шарттарына ла үҙгәрештәр керетелде, шул рәүешле, Башҡортостан Республикаһына һәм башҡа төбәктәргә сусҡалар индереүҙән тыш, бешмә сиренә бирешеүсән тоҡомло малды һәм ҡулланылыштағы хайуандарҙы вакцинацияһыҙ имен статуслы төбәктәрҙән индереү тыйыла.
Алтай, Краснодар, Ставрополь крайҙары; Амур, Әстерхан, Волгоград, Ҡурған, Новосибирск, Омск, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Сахалин, Төмән, Силәбе, Ростов, Йәһүд автономлы өлкәләре; Адыгея, Алтай, Бүрәт, Ингушетия, Кабардин-Балҡар, Ҡалмыҡ, Ҡарасәй-Черкес, Төньяҡ Осетия-Алания, Тува, Чечен Республикалары.