Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Август 2019, 17:33

Тоҙланмалар, ҡайнатмалар

Тоҙланмалар, ҡайнатмалар

Бәшмәктән солянка

1 кг бәшмәк, 500 г кәбеҫтә, 500 г помидор, 300 г кишер, 150 г үҫемлек майы, бер ҡалаҡ аш һеркәһе.

Бәшмәкте йыуып таҙартҡас, эреләрен турап, ваҡтарын шул килеш 10 – 15 минут самаһы бешерергә, тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр ҙә ҡушырға була.

Йәшелсәләрҙе ваҡ ҡына итеп турарға, һалам формаһында итеү отошлораҡ булыр. Һуған менән кишерҙе майҙа ҡыҙҙырырға, помидор, кәбеҫтә өҫтәп, ҡалған майҙы һалып, тоҙ һибергә кәрәк. Ошо массаны һүрән утта 20 – 25 минут тотҡас, бәшмәкте өҫтәп, тағы 30 минут быҡтырырға. Әҙер булыр¬ға биш минут ҡалғас, тәмләткестәргә ваҡыт етә: лавр япрағы, борос, аш һеркәһе ҡулланырға була. Уларҙы өҫтәгәс, тағы ла 10 – 15 минут самаһы ҡайнатып алырға.

Стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡастар менән япҡас, йылыға урап, һыуынғансы тоторға.


Тоҙло ҡыяр

Тәүҙә маринад әҙерләнә. Уның өсөн өс литрлы банкаға бер стакан аш һеркәһе, биш стакан һыу, бер ҡалаҡ тоҙ ҡулланыла. Бөтә аҙыҡ һәм тәмләткестәр ҙә йыуылған, таҙа һәм ҡоро булырға тейеш. Тәмләткестәр: керән, ҡара ҡарағат, сейә, лавр япрағы, бер укроп башағы, бер балғалаҡ бөртөклө гәрсис. Уларҙы һәм ҡыярҙы стерилләнгән банкаға һалып, өҫтөнә маринад ҡоябыҙ ҙа стерилләйбеҙ. Ҡыяр төҫөн үҙгәрткәс тә бер-ике минут тоторға кәрәк әле. Аҙаҡ кәстрүлдән алып, һауа сыҡһын өсөн ҡапҡасын асып, һелкетеп алырға онотмағыҙ. Шунан нығытып ябырға һәм түңкәреп ҡуйып, йылы нәмә менән ҡаплап, һыуынғанын көтөргә генә ҡала.


Борщ

Ҡышын, ашыҡҡан ваҡытта, тиҙ генә бешереп ебәрер өсөн ошо көндәрҙә үк борщ әҙерләп ҡуйырға була. Ябай ғына рецепт: өс-дүрт лавр япрағы, ике кг сөгөлдөр, бер кг кишер, бер кг һуған, бер кг кәбеҫтә, ике кг помидор, бер тырнаҡ һарым¬һаҡ, ярты стакан көнбағыш майы, ике ҡалаҡ тоҙ, 10 бөртөк ҡара борос, ике ҡалаҡ шәкәр, ике ҡалаҡ аш һеркәһе.

Сөгөлдөр менән кишер эре ҡырғыстан үткәрелә. Кәбеҫтә һәм һуған һаламлап турала, помидор ит үткәргес аша тарттырыла. Аҙаҡ бөтә ингредиенттарҙы ла бергә ҡушып, тоҙ, шәкәр, борос, лавр япрағы һалып, 25 минут ҡайнатырға кәрәк. Борщты уттан алыр алдынан туралған һарымһаҡ һәм һеркә өҫтәргә кәрәк. Стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡастар менән ябып һаҡларға.


Йәшелсә икраһы

Ике кг помидор, бер кг һуған, бер кг кишер, бер кг татлы борос, ярты литр көнбағыш майы талап ителә.

Иң тәүҙә һуғанды турап, майлы табала ҡыҙҙырырға кәрәк. Шул арала кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп, помидор, боросто һәм һуғанды турап, тоҙ һалып, барыһын бергә асыҡ һауытта 1,5 сәғәт ҡайнатырға. Һуңынан стерилләнгән банкаларға тултырып һаҡларға.


Студенттар өсөн шәп салат

Студенттар йыл әйләнәһенә ата-әсәһенән төрлө салаттар ташып ашай. Әлбиттә, йәштәр туҡлыҡлы һәм йылытып та тормай, ашап алырлыҡ аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Уларға тура килерлек салат әҙерләү өсөн ябай ғына рецепт: 10 кг ҡабаҡты эре ҡырғыста ҡырып әҙерләргә. Бынан тыш, бер кг помидор кәрәк, уны өлөшләп турарға. Бер кг кишерҙе эре ҡырғыс аша ҡырырға, бер кг һуғанды – балдаҡлап, бер кг татлы боросто һаламлап турарға. Әсе борос менән һарымһаҡ аҙыҡты тәмлерәк итә – уларҙы иҙергә һәм дүрт ҡалаҡ тоҙ, бер стакан үҫемлек майы өҫтәргә.

Хәҙер бөтә йәшелсәне бергә бутап, утҡа ҡуйырға ғына ҡала. Ҡайнап сыҡҡас, 2 стакан дөгө һалып, әҙер булғансы бешерергә. Иң аҙаҡтан бер балғалаҡ аш һеркәһе өҫтәп, эҫе килеш банкаларға тултырып, һаҡларға ҡуйырға ғына ҡала.
Читайте нас: