Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Август 2019, 17:30

Һәләтлеләр иһә кем булыуын ижадтары менән аңлата

Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары өсөн ифрат шатлыҡлы ваҡиға — сит илдән ҡайтҡан яҡташыбыҙҙың оҫталыҡ дәрестәре үткәреүе уларҙың кәйефтәрен күтәреп кенә ҡалманы, ә маҡсаттарына ирешеү өсөн күңелдәрен ҡанатландырыуға булышлыҡ итте.
Тирәкле ҡыҙы Гүзәл Гобе Швейцарияла йәшәй. Ул V Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашты. Рухлы ҡатын ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, үҙенең ялын тыуып үҫкән ауылында яҡындары араһында үткәреп кенә түгел, яңы идеялары, белеме, тәжрибәһе менән уртаҡлашырға форсат тапты.
Социаль мәсьәләләр һәм туризмды үҫтереү буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәрзәнә Хәсәнова сара алдынан балаларҙы Гүзәл Мәҡсүт ҡыҙы менән таныштырып, ҡыҫҡаса телмәр тотто һәм көндөң программаһын асыҡланы.
Башта малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙҙәрен разминка-флешмобта һынаны: хәрәкәттәрҙең нисек үтәлеше тураһында аныҡ аңлатылғанлыҡтан, берҙәм командаға йыйылған балалар уны тиҙ арала үҙләштерҙе. Артабан испан бейеүе барыһын да хореографҡа ҡарап, йәһәт отоп алыу өсөн иғтибарын йүнәлтте.
Залдағы кескәйҙәр берҙәм коллективты хәтерләтте. Бер кем дә тиҫтерҙәренән ҡалырға тырышманы. Бер үк темп һәм ритмды һаҡлап, донъя халыҡтарының бейеүҙәрен өйрәнергә ынтылды.
Гүзәл Мәҡсүт ҡыҙы:
—Минең ҡарашҡа оҫталыҡ дәрестәре бик яҡшы үтте, беҙ биш бейеү ҡуйҙыҡ. Һуңынан ата-әсәләр өсөн концерт күрһәттек. Һеңлем Зәлиә шулай уҡ арт-оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Яҡшы бумала һәм сифатлы ҡағыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ул барыһына ла оҡшаны. Беҙ иртәнге сәғәт 10.00-дан 16.00-ға тиклем илһамланып эшләнек, балаларҙың да аралашыу, бейергә өйрәнеү теләге көслө ине. Сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ҙур ҡыҙыҡһыныу, түҙемле булыуҙары менән айырылып тора, шуныһы ҡыуаныслы.
Энергияһы ташып, күҙҙәренән осҡон сәсеп торған ханым еңел генә хәрәкәттәр яһап, бейеү алымдарын аңлата. Бәләкәй бейеүселәр уны урыны-еренә килтереп ҡабатларға тырыша. Ни тиһәң да, сәнғәт шундай илаһи бер донъя, ул барыһын да үҙенә ғашиҡ итеп, үҙенә генә хас тартыу көсө менән әйҙәй, саҡыра, арбай.
Минеңсә, Гүзәл Гобе сит-ят ерҙәрҙә йөрөп, йәшәп үҙ асылын юғалтмай, булмышына тоғро ҡалған. Зыялы яҡташыбыҙ районыбыҙ балаларының тойғоларын йәйғорҙай балҡытты, кем белә, бәлки, күптәрендәге ихлас аралашыу, ләззәтләнеп бейеү тураһындағы тәрән уйҙар тап сәнғәт юлын һайлатыр.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: