Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Август 2019, 17:21

"Хәрәкәттә – бәрәкәт", - ти 95 йәшен тултырған хеҙмәт ветераны

Оҙаҡ йылдар ғүмер иткән, тормошон хеҙмәт менән биҙәгән инәй-олатайҙар һәр кемгә үрнәк булырлыҡ. Ер йөҙөндә быуатҡа яҡын ғүмер кисергән кешенең яҙмыш китабы үҙе бер риүәйәткә тиң кеүек. Күпме һыуҙар аҡҡан, тормоштоң әсеһе-сөсөһө татылған ошо йылдар арауығында. Шуны белеп тә беҙ оло йәштәгеләргә тәрән ихтирам менән ҡарайбыҙ. Йәшлеген, бар ғүмерен ауыр эштә үткәреп, ҡартлыҡ көндәрендә тыныс тормошта, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәгән өлкәндәр һәр ауылда бар һәм улар яҡындарының терәге, йәме, ауылдаштары өсөн йәнле тарих. 25 июлдә 95 йәшен билдәләгән Шәрифә Иҫәнғәли ҡыҙы Ҡужәхмәтованы ла ошондай бәхетле кешеләр рәтенә индерергә була. Хәҙерге көндә ул улы һәм килене менән Абҙан ауылында гөрләтеп донъя көтә.
Тыуған көнөндә Шәрифә инәйҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәрзәнә Хәсәнова, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Людмила Хәтмуллина, Абҙан ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Гөлнара Ғүмәрова һәм мәҙәни саралар ойоштороусы Гөлфинә Әбсәлиҡова тәбрикләне. Улар ихлас күңелдән иҫәнлек-һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер, балалар иғтибары, ейәндәр ихтирамы, ҡыуаныслы көндәр теләне. Юбиляр өсөн иң тулҡынландырғыс мәл РФ Президенты В. Путиндың ҡотлау открыткаһын тапшырыу булғандыр. Унда: “Һеҙҙең тормошоғоҙ, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ йәш быуынға өлгө, беҙ һеҙҙең үткән ҡаһарман юлығыҙ алдында баш эйәбеҙ”, − тигән юлдар бар ине.
Юбиляр бала сағынан алһыҙ-ялһыҙ колхозда хеҙмәт итә. Рәхәтләнеп уҡыу насип булмай улар быуынына. Һуғыш башланғас, ауылдағы ир-егеттәр бер-бер артлы яуға китә. Тылдағыларға ла донъя ауырлығын күтәрергә тура килә. Тиҫтерҙәре кеүек Шәрифә Иҫәнғәли ҡыҙы ла эшкә егелә. Эйе, ауыр заманда михнәттәр бер кемде лә урап үтмәгән, һәр кем, шул иҫәптән Шәрифә инәй ҙә тылдағы хеҙмәте менән Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индергән.
Һуғыш тамамланғас, Яхия исемле егет менән тормош ҡора. Бер – бер артлы сабыйҙары донъяға килә. Бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәнеп, сынығып үҫкән ҡыҙ ҡайҙа эшләһә лә һынатмай. Балалары әйтеүенсә, уның иркенләп йоҡлаған сағын да күрмәйҙәр: һәр саҡ нимә менәндер мәшғүл була. Хәрәкәттә-бәрәкәт, тип йәшәгән ветеран әле һис тик ултырмай, хәленән килгәнсә яҡындарына ярҙам итә. Туғыҙынсы тиҫтәһен турағанда ла ғәжәйеп хәтерле һәм үтә лә теремек инәй һаман да ҡул эштәре менән булыша, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен ҡараша. Хеҙмәт йылдары ла күптән артта ҡалған. Бөгөн хөкүмәт биргән пенсияға шатланып, матур ғүмер кисерә Шәрифә Иҫәнғәли ҡыҙы.
Гөлфинә Әбсәлиҡова,
мәҙәни саралар ойоштороусы.
Читайте нас: