26 июлдә Ғафури районында республиканың көньяҡ урман-дала зонаһында урып-йыйыу эштәрен ойоштороу, игенселектең алдынғы технологияларын һәм перспектив ауыл хужалығы культуралары сорттарын ғәмәлгә индереү буйынса “Баҫыу көнө – 2019” семинар-кәңәшмәһе үтте. Кәңәшмә урындағы "Восход-СТ" ауыл хужалығы предприятиеһының Ивановка ауылы эргәһендәге баҫыуҙа үтте.
Республикала йыл һайын уҙғарылған был мәртәбәле сарала илебеҙҙең башҡа төбәктәренән ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр һәм ғалимдар, ошо зонаға ҡараған райондар, агропредприятиелар вәкилдәре, шул иҫәптән районыбыҙҙың мәғлүмәт-көнсультация үҙәге белгестәре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәренән торған делегация үҫемлекселек, малсылыҡ, ауыл хужалығы машиналарының һуңғы йылдарҙағы яңылыҡтары менән танышты, шулай уҡ ауыл хужалығы культураларының төрлө сорттары сәсеүлектәрен ҡараны. БР Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы — БР Ауыл хужалығы министры Илшат Илдус улы Фәйзрахманов ураҡ барышын ойоштороу буйынса бурыстарҙы яҡтыртты. Бынан тыш, БР Дәүләт күҙәтеү идаралығы һәм муниципалитеттарҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлек алып барыу мәсьәләләре лә тикшерелде.