Торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау программаһында ҡатнашыусылар быйылғы дүрт айҙа өс меңдән күберәк кешегә артҡан (үткән йылдарҙағы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда ун тапҡырға ашыуыраҡ). Был эш “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Әле программала 6,5 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Уларҙың 1,6 меңе торлаҡ шарттарын яҡшыртты, тип хәбәр иттеләр республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында.
Программаны финанслау 2,5 тапҡырға арттырылған – йылына 235 миллион һумға тиклем. Былтыр был сумма 106 миллион һум булған. 2017 йылдан алып ошо программа буйынса 1600-ҙән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.
Торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса туплау программаһында 18 йәше тулған, банк вкладтарында өс-алты йыл дауамында аҡсаһы йыйылған граждандар ҡатнаша. Улар артабан ташламалы ставка буйынса ипотека алыу хоҡуғына эйә була. Төбәк власы программала ҡатнашыусыларға айлыҡ тупланған взностар суммаһынан 30 процентҡа тиклем күләмдә субсидия түләй.
2024 йылға ипотека буйынса уртаса ставканың йыллыҡ күләмен 7,9 процентҡа тиклем кәметеү – “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаттарының береһе. Дөйөм алғанда, ипотека баҙарын үҫтереү, торлаҡты кредитлауҙы электрон төргә күсереү, бындай төҙөлөштө финанслауҙың яңы системаһын нығытыу планлаштырыла.