Инйәр
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
31 Июль 2019, 11:47

“Ихата футболы”нда — беҙҙекеләр

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Балалар спорты” проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән 2005 — 2006 йылда тыуған малайҙар командалары араһында ихата футболы фестивале ойошторолдо. Был сара балаларҙы һауыҡтырыуға һәм үҫеп килгән быуында сәләмәт тормош мәҙәниәтен формалаштырыуға йүнәлтелгән. Бөтә республика буйынса фестивалдең муниципаль этабына 18 май — футбол көнөндә старт бирелде. Районыбыҙҙа ярыштар 22 — 29 июндә Йәштәр көнөнә арналған ҙур футбол уйындары сиктәрендә уҙҙы.
Шулай итеп, 23 июлдә Өфө ҡалаһының “Динамо” стадионында фестивалдең сираттағы этабы үтте. Икенсе этап ярыштарында был юлы Архангел, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман райондары һәм Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары командаларына ҡатнашыу бәхете тейҙе. Улар Зона этабы чемпионы исеменә дәғүәләште. Районыбыҙ намыҫын “Импульс” командаһы яҡланы.
Уйындар көсөргәнешле барҙы. Һуңғы хәл иткес бәйгелә команда еңеү яулауға бар тырышлығын һалды: тәүге туп аҫҡы мөйөшкә эләкте, икенсеһе штангага тейгәндән һуң ҡапҡа сеткаһына осоп инде. “Импульс” — чемпион! Хәҙер иһә уларҙы 17 августа “Нефтяник” стадионында уҙасаҡ фестивалдең төбәк этабы көтә.
Еңеүселәргә төп приз — заманса йыһазландырылған фотбол яланы. Командабыҙҙың уға ирешергә мөмкинлеге бар. Уларға уңыштар юлдаш булһын!
Алевтина Тиунова,
йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесе.
Читайте нас: