Ниһайәт, ысын йәй килде. Көндәр ҡыҙҙыра. Аяҡтар үҙҙәренән-үҙҙәре йылға буйына тартыла. Бигерәк тә бала-сағалар һыу буйынан ҡайтып инмәй.
Эҫелә һыу инеүе рәхәт тә, күңелле лә, сәләмәтлек өсөн дә файҙалы. Әммә һаҡланыу саралары хаҡында ла оноторға ярамай. Һыу инеү һәм тәүге ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләрен белеү һәр кем өсөн мөһим.
1. Таныш булмаған урында, күпер аҫтында, быуала йөҙмәгеҙ. Махсус йыһазландырылған йәиһә элек-электән һыу инеү өсөн һайланған урындарҙа ғына һыу инергә мөмкин.
2. Һыуға ҡапыл төшөргә ярамай, тәүҙә аяҡ-ҡулдарығыҙҙы сылатып, яйлап ҡына сикәнес алырға кәрәк.
3. Яҡшы йөҙә белмәйһегеҙ икән, алыҫ араға йөҙөүҙән тыйылығыҙ. Хатта йөҙә белгән хәлдә лә алыҫ араға йөҙөү кәңәш ителмәй, хәлегеҙ етмәүе ихтимал.
4. Эскән килеш һыуға инергә ярамай. Алкоголь баш мейеһе эшмәкәр-легенә кире йоғонто яһай.
5. Һыуҙа 20 – 30 минуттан ашыу булмағыҙ. Өшөүҙән тән тартыша башлауы мөмкин. Һыу һыуыҡ булғанда 5 – 6 минут та етә.
6. Тәнде көҙән йыйырғанда берәй осло әйбер (булавка, энә, осло таш) менән сәнскеләп алыу ярҙам итә. Шулай уҡ аяҡты ҡул менән ыуалау, массажлау ҙа һөҙөмтәле.
7. Һыуҙа йөҙөүсе судноларға яҡын барыу тыйыла. Теплоход алдындағы ағым уның аҫтындағы винтына һөйрәп алыуы ихтимал.
8. Билдәһеҙ урында һыуға һикереү һәм сумыу ҡурҡыныс, баш менән һыу аҫтындағы ташҡа, ағас ботағына һ.б. әйбергә бәрелеү хәүефе бар.
9. Һыуҙа бер-берегеҙҙе ҡыуышып, батырып уйнамағыҙ. Уйындан уймаҡ сығыуы мөмкин.
10. Яр буйында кескәй балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, яңылыш һыуға ҡолап, һыу йотоуҙары ихтимал.
11. Тын тултырылған матрастарҙа һәм йөҙгөстәрҙә йөҙгәндә бик һаҡ булығыҙ. Ел йә йылға ағымы менән ярҙан алыҫҡа алып китеүе, йә булмаһа, тулҡындың уны әйләндереүе бар.
12. Кешеләр һыу ингән урында ишкәкле һәм моторлы кәмәләр, һыу велосипедтары һәм мотоциклдары ҡул-ланмағыҙ.
13. Ҙур һыу ятҡылыҡтарында махсус билдә ҡуйылған урындан ары китмәгеҙ. Тиҙ йөрөшлө моторлы йөҙөү сараһынан зыян күреү хәүефе көслө.
14. “Һыу инергә ярамай!” тигән билдә ҡуйылған урында һыу инеү ҡәтғи рәүештә тыйыла.
15. Ҡомда ҡыҙынғанда, эҫе үтмәһен өсөн баш кейеме кейергә онотмағыҙ.
Батып барыусыны нисек ҡотҡарырға?
1. Батып барыусы кешене күргәндә, иң беренсе ярҙам һорап ҡысҡырырға кәрәк.
2. Бәләгә тарыусыға тотонор өсөн бау, йөҙгөс ташлап, ҡотҡарыу сараһын күрергә.
3. Яҡшы йөҙһәгеҙ, янына барып, хәлегеҙҙән килгәнсә һыуҙан сығырға ярҙам итергә тырышығыҙ. Әммә уның алдына килергә ярамай, ә арт яғынан яҡынлашығыҙ, юғиһә, батып барыусы кешенең, паникаға бирелеп, йәбешә башлауы һәм һеҙҙе лә һыу аҫтына һөйрәүе ихтимал. Иң яҡшыһы – сәсенән йә ҡултыҡ аҫтынан эләктереп алыу һәм салҡан әйләндереп, ярға ҡарай һөйрәү.
4. Ағым һыуҙа батҡан кешене ҡотҡарыуы тағы ла ауырыраҡ. Был осраҡта күмәкләп эш итергә кәрәк. Ҡулға-ҡул тотоношоп, бер рәткә теҙелеп торорға һәм иң һуңғы кеше батып барыусыға ярҙам итә.
Һыуҙан сығарғас, бәләгә тарыусының хәленә ҡарап, тәүге ярҙам күрһәтергә лә тура килә.
1. Тубыҡланып ултырған килеш зыян күреүсенең башы кәүҙәһенән түбән-дәрәк ятырлыҡ итеп, аяҡ өҫтөнә һа-лырға.
2. Бармаҡты яулыҡ йә туҡыма менән урап, ауыҙының эсен ҡомдан, быс-раҡтан таҙартырға. Шул уҡ ваҡытта тын алыу юлдарынан һәм ашҡаҙанынан һыу сыҡһын өсөн кәүҙәһенә баҫып-баҫып алырға. Тел төбөнә лә кинәт кенә ныҡ итеп баҫыуҙың да файҙаһы бар.
3. Зыян күреүсе тын алмаһа, ауыҙҙан-ауыҙға йәиһә ауыҙҙан-танауға яһалма рәүештә тын алдырырға.
4. Ауыҙына һауа өргәндә быны марля йә яулыҡ аша эшләргә кәрәк. Уның йышлығы минутына 17 тапҡыр булырға тейеш.
5. Йөрәге туҡтағанда яһалма тын алдырыуҙы йөрәккә массаж менән сиратлап эшләргә. Бының өсөн тын алдырыу араһында күкрәккә 3 – 4 тапҡыр ныҡ ҡына итеп баҫырға. Иң яҡшыһы – быны икәүләп эшләү.
6. Иң мөһиме – бәләгә тарыусыны иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай, йөрәге тибеүҙән туҡтауы ихтимал. “Ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ.
1. Паникаға бирелмәгеҙ, ярҙағыларға ярҙам һорап ҡысҡырығыҙ.
2. Арҡаға әйләнеп ятығыҙ, ҡулы-ғыҙҙы йәйеп, тәрән итеп тын алып ты-нысланырға тырышығыҙ.
3. Һыу йотоп сәсәгәндә лә, иң мө-һиме, тыныс булығыҙ. Тулҡынға арҡа-ғыҙ менән боролоп, яҡшы итеп тын алығыҙ, танауығыҙҙы һыуҙан таҙар-тығыҙ.
4. Хәлегеҙ бөтә башлағанын той-һағыҙ, башҡаларҙы ярҙамға саҡырығыҙ.
граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса белгес.