Инйәр
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
25 Июль 2019, 11:10

Владимир Путин Башҡортостан рапирасыларын донъя чемпионатында еңеүҙәре менән ҡотланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин рапирала фехтование буйынса илебеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылмаһын 2019 йылда фехтование буйынса донъя чемпионатында команда турнирында еңеүе менән ҡотланы. Йыйылмала Өфө рапирасылары Анастасия Иванова һәм Аделина Зәғиҙуллина, шулай уҡ Инна Дериглазова һәм Лариса Коробейникова сығыш яһаны. Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың исеменә килгән телеграммала былай тиелә:
«Хөрмәтле Инна Васильевна, Аделина Рөстәм ҡыҙы, Анастасия Андреевна, Лариса Викторовна! Ысын күңелдән һеҙҙе еңеүегеҙ менән ҡотлайым. Еңеүегеҙ менән 2019 йылда донъя чемпионатында йыйылмабыҙ уңышын арттырҙығыҙ, илебеҙ спортының юғары ҡаҙаныштары тарихына тағы бер сағыу бит өҫтәнегеҙ, үҙегеҙҙе көслө, берҙәм, яҡшы әҙерләнгән команда итеп күрһәттегеҙ. Әлбиттә, остаздарығыҙҙың, белгестәрегеҙҙең, һеҙгә маҡсаттарығыҙға ирешергә, абруйлы ярыштарҙа лайыҡлы сығыш яһарға ярҙам иткәндәрҙең барыһының да ҙур хеҙмәтен айырым билдәләйем. Артабан да яңы үрҙәр һәм изгелектәр теләйем».
2019 йылда фехтование буйынса донъя чемпионаты 15-23 июлдә Будапешта (Венгрия) уҙҙы. Сирек финалда рәсәйҙәр Көньяҡ Корея йыйылмаһын 33:25 иҫәбе менән еңә, һуңынан ярым финалда беҙҙең ҡыҙҙар американыҡыларҙан көслөрәк булып сыға — 45:36. Финалда Италия йыйылмаһы менән алыш көсөргәнешле була һәм тигеҙ алышта тиерлек бара, осрашыу аҙағына тиклем бер нисә секунд ҡалғас спортсыларыбыҙ еңеү һәм алтын миҙал яулай (43:42).
#ВладимирПутин
Читайте нас в