Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
25 Июль 2019, 17:06

Тартыу нимәгә килтерә?

Фото из открытых источников
Фото из открытых источников
Тәмәке тартыу ваҡытһыҙ үлемгә этәреүҙә төп сәбәптәрҙең береһе тип әйтергә мөмкин. Йыл һайын миллионлаған кеше шул арҡала яҡты донъянан китә. Көнөнә ике-өс сигарет ҡулланыу ғына ла ғүмерҙе бер йылға ҡыҫҡарта.Тартыу — яман ғәҙәт кенә түгел, ул тирә-яҡты бысратыу ҙа. Белгестәр автомобиль газдарына ҡарағанда тәмәке төтөнөң зыянлы тәьҫире дүрт тапҡырға күберәк булыуын билдәләй.Етди ауырыуҙарға ( үпкә яман шеше, эмфизема һәм йөрәк сирҙәре) сәбәпсе ул, никотинға бәйлелек тыуҙыра. Әгәр тартаһығыҙ икән, сәләмәтлегегеҙгә йоғонтоһо булмаясаҡ тип уйламағыҙ. Тәмәке төтөнөндә күпме ағыу бар! Иң зыянлылары — никотин, канцероген матдәләр, углерод окисы. Айырыуса нервы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сис-темаларына ныҡ тәьҫир итә, баш мейеһе һәм йөрәктең ҡан тамырҙарын тарайта.Йөклө ҡатындарға бөтөн­ләй тартырға ярамай, яралғы бары тик зыян ғына күрә. Бынан тыш, сабый тыуғанда уның ауырлығы кәм булыуы ихтимал.
Балалар янында тартмағыҙ. Бысраҡ, төтөнлө һауа һулау арҡаһында, уларҙың баштары ауыртыуы, хәтерҙәре насарайыуы ихтимал.Тартыу — һәр кемдең шәхси эше тигән ҡараш менән килешеп булмай. Граждандарҙың һаулығы — йәмғиәт һаулығы. Иң яҡшы алымдарҙың береһе — үҙеңә ышаныс һаҡлау һәм иң яман ғәҙәткә бирешмәйенсә дөрөҫ юлдан барыу.
Йәмғиәтебеҙҙең генә түгел, һәр кемдең бурысы — йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, насар ғәҙәттән тыйыу.

Татьяна Колязова,

нарколгия кабинеты

фельдшеры.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе К.Толкачев социаль селтәрҙе ҡулланыусыларҙы республикала вейп, кальян, тартыу ҡатнашмалары, электрон сигареттарҙы балаларға һатыуҙы тыйыу тураһындағы закон проекты буйынса әүҙем фекер алышырға саҡырҙы. Һуңғы йылдарҙа тәмәкегә ҡаршы көрәш әүҙем алып барыла. Тормош бер урында ғына тормай, заман үҙгәрә, электрон сигареттар, вейптар барлыҡҡа килде. Кальян модаға инде, айырыуса үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында ҡулланылыуы хәүефле. Бындай тартыу мәҙәниәте тиҙ арала ғәҙәткә инеп китәсәк, тип белдерҙе Константин Борисович.
Читайте нас: