Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
25 Июль 2019, 17:11

Әсәлек капиталы уңышлы файҙаланыла

Фото из открытых источников
Фото из открытых источников
Ай башында ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнде. Илебеҙҙә иһә ун йылдан ашыу бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙам йәһәтенән дәүләт сараһы — әсәлек капиталы программаһы эшләп килә.
Рәсәй Пенсия фонды идаралығының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров белдереүенсә, республикала 310 мең ғаилә ошондай сертификат эйәһе булған. Башҡортостан ғәҙәттәгесә сертификаттар тапшырыу буйынса Рәсәйҙең биш төбәге рәтендә лидерҙар позицияһын биләй.
Әсәлек капиталы менән файҙаланған 267 мең ғаиләнең 254 меңе (82 процент) аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, 12 меңе — балаларына белем алыуға, 1,5 меңе мәктәпкәсә учреждениела тәрбиәләнеүгә йүнәлткән. 162 сертификат эйәһе сараларҙы әсәнең пенсияһының тупланма өлөшөн формалаштырыуға ҡулланһа, алты ғаилә инвалид балалар йәмғиәтендә социаль адаптация үтеү өсөн тәғәйен хеҙмәттәргә һәм тауарҙар алыуға тотонған. Капиталды был йүнәлештәргә файҙаланыу өсөн республика ғаиләләренә 98,3 миллиард һумдан ашыу финанс күсерелгән.
2018 йылдан килеме йәшәү минимумының 1,5 тапҡырлыҡ дәүмәленән артмаған ғаиләләрҙең әсәлек капиталы иҫәбенән ай һайын түләү алыуға хоҡуғы бар. Республикала йәшәү минимумы 9552 һум тәшкил иткәндә (1,5 дәүмәл — 14328 һум), түләүҙәр күләме 9182 һум була. Бындай мөмкинлек менән икенсе балалары тыуған 1347 ғаилә файҙаланған.
Әйтергә кәрәк, айлыҡ түләүҙәрҙе алыу өсөн ғаризаны ата-әсәнең даими теркәлгән урыны буйынса ғына түгел, ә ысынында йәшәгән ерендә лә тапшырырға ярай.

Лариса Солтанбәкова,

район Пенсия фонды идаралығы начальнигы урынбаҫары.

Читайте нас: