Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
25 Июль 2019, 16:48

Мобиль ҡушымта эшләй башланы

Ул «Һаулыҡ һаҡлау системаһының берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм цифрлы контур булдырыу» милли проекты нигеҙендә сафҡа ингән. Ҡушымта менән теркәлеүһеҙ ҡулланырға мөмкин. Шәхси кабинетҡа инеү өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталының учет яҙмаһы логинын һәм паролен яҙырға кәрәк. Сервис аша үҙең беркетелгән медицина учреждениеһын иҫәпкә алып табипҡа яҙылырға, шулай уҡ медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса мәғлүмәт менән танышырға була.

Шәхси кабинет белгес-табиптарҙың эш теҙмәһе менән танышырға; медицина учреждениеһы тураһында белешмә алырға; үҙең беркетелгән дауахана, мотлаҡ страховкалау полисы буйынса мәғлүмәт; йәшәгән урын буйынса участка табибын табыу; электрон медицина картаһын ҡарау мөмкинлеген бирә. «Медицинская карта» бүлегендә 2017 йылдың 1 ғинуарынан алып күрһәтелгән бар медицина хеҙмәттәрен һәм уларҙың хаҡын тикшерергә мөмкин. Мобиль ҡушымтаны телефонға ҡуйыу өсөн itunes йәки Google play ҡулланығыҙ.

Илнур Ғабдуллин,

медицина хеҙмәте

начальнигы.
Читайте нас: