Был туралағы указ Кремль сайтында баҫылып сыҡты. Президент шулай уҡ “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһының күҙәтеүселәр советы составын да раҫланы. Унда Хөкүмәт вице-премьеры Татьяна Голикова, Һаҡлыҡ банкы башлығы Герман Греф, Президент хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко инә.