Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
23 Июль 2019, 11:11

Владимир Путиндың фекеренсә, мотор яғыулығына хаҡ күтәреүҙе артыҡ сикләү дөрөҫ түгел, сөнки ул илебеҙҙә нефть эшкәртеүҙең үҫешен тотҡарлаясаҡ.

Был турала Рәсәй етәксеһе Магнитогорск металлургия комбинаты эшселәре менән аралашҡанда белдерҙе. Улар Президенттан һуңғы ваҡытта яғыулыҡҡа хаҡтың артыу сәбәптәре тураһында һорағайны.


– Саманан артыҡ ҡыҫыу, быуыу – бик хәүефле күренеш. Ул саҡта нефтте эшкәртеү предприятиеларына аҡса һалынмаясаҡ. Ә был үҙ сиратында хаҡтарҙың айырыуса артыуына килтереүе ихтимал, – тине Президент.


Шулай уҡ Владимир Путин билдәләүенсә, бөгөн мотор яғыулығына хаҡ артыуы инфляция кимәленән түбәнерәк. Быйыл, былтырғы менән сағыштырғанда, хаҡтар әллә ни күтәрелмәне лә. Эксперттар белдереүенсә, был донъя энергетика баҙарындағы хәлдәргә бәйле. “Был насар хәл, беҙ уны көйләргә тейеш. Хөкүмәт һуңыраҡ уянды, шулай ҙа ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе индерҙе. Уға ярашлы, компаниялар, экспортҡа сей нефть һатып, алып еткерә алмаған аҡсаны Хөкүмәттән һорар ине. Баҙарҙа хәл үҙгәрһә, Хөкүмәт менән нефть компаниялары араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә үҙгәрәсәк”, – тине Владимир Владимирович.


Путин белдереүенсә, йыл башынан АИ-95 бензины хаҡы 1,8 процентҡа үҫкән, шул уҡ ваҡытта инфляция кимәле 2,5 процентҡа артҡан.


#ВЛАДИМИРПУТИН
Читайте нас: