Инйәр
+27 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
15 Июля 2019, 07:37
Ҡурҡыныс хәл
Алты кешенең ғүмерен өҙгән аварияның яҡынса сәбәптәре асыҡланды. Водитель белдереүенсә, фажиғә көслө ямғыр һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан. Күрәһең, автобус тайып киткәндер.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә кис туристар тейәлгән автобус Белореттан Өфөгә китеп барғанда, Архангел районында ауа. Һөҙөмтәлә алты кеше һәләк була, 21 кеше дауаханаға оҙатыла. Улар араһында ике бала ла бар. Хәлдәре үтә ауыр кешеләрҙе Өфөгә, ҡалғандарын Архангел, Ҡырмыҫҡалы райондары дауаханаларына оҙатҡандар. Бәлә-ҡазаһыҙ ғына ҡотолған 13 кеше ваҡытлы урынлаштырыу пунктына оҙатылған.
Автобуста бөтәһе 39 кеше була. Асыҡланыуынса, улар – Татарстандың Яр Саллы ҡалаһынан Башҡортостанға килгән туристар. Шүлгәнташ мәмерйәһен ҡарағандан һуң, Өфө аша үҙ ҡалаларына, Яр Саллыға, ҡайтырға планлаштырғандар...
Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 27 берәмек техника, 94 кеше ҡатнашҡан. Әле был фажиғә буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хәлде асыҡлау дауам итә.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур