Инйәр
+20 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
8 Июля 2019, 08:51
Район етәксеһе тәғәйенләнде
5 июль район Советының 33-сө ултырышында район хакимиәте башлығын тәғәйенләү сараһы уҙҙы. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенең муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара йоғонто яһау идаралығы начальнигы И.Р.Әхмәтвәлиев, БР Мәҙәниәт министры Ә.И.Шафиҡова, БР Иҡтисад үҫеше министры вазифаһын башҡарыусы Л.М.Мәзитова, Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенең муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара йоғонто яһау идаралығының баш кәңәшсеһе А.Н.Шәһретдинов, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Төбәк бүлексәһе Президиумының ағзаһы Р.Р.Ахунов, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, бүлек мөдирҙәре, ойошма һәм предприятие етәкселәре, прокурор, полиция бүлеге начальнигы һәм башҡалар булды.
Конкурста ике кандидат ҡатнашты. Улар комиссия ағзаларына райондың үҫеше буйынса үҙ концепцияларын тәҡдим итте. Район Советы депутаттарының асыҡ тауыш биреү һөҙөмтәһендә район хакимиәте башлығы итеп Әминев Илшат Нәжмитдин улы һайланды.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"