Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Июнь 2019, 18:17

Халҡына йәне ҡушылған, Дошмандан илен ҡурсыған

Хәтер көнө алдынан архангелдәр Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алырға Еңеү паркына митингыға йыйылды.
22 июнь — илебеҙ тарихында мәңге онотолмаҫ дата, аяуһыҙ һуғыш миллионлаған ғүмерҙәрҙе өҙҙө. Беҙ совет һалдаттарының ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ. Улар беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн баштарын һалды.
Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Илшат Әминев:
— Беҙ иң ҡайғы-хәсрәтле, фажиғәле датаны йыл һайын иҫкә төшөрәбеҙ. 1941 йылдың 22 июне Тыуған ил тарихында ҡара мөһөр менән һуғылған, иң дәһшәтле, ҡан ҡойғос һуғыш башланған көн. Һәләк булғандарҙы, ветерандарҙы, нацизмға ҡаршы көрәштә батырлыҡ күрһәткәндәрҙе, тыл хеҙмәтсәндәрен хөрмәт менән хәтергә төшөрәбеҙ.
Районыбыҙҙан 9 мең 415 кеше фронтҡа китә. 4 мең 709 яҡташыбыҙ яуҙан әйләнеп ҡайтмай... Район халҡы Бөйөк Еңеү өсөн үҙ өлөшөн индерҙе, яуҙа алғы сафта һәм тылда ла фиҙаҡәрлек өлгөһө күрһәтте. Беҙ уларға мәңге бурыслы. Йәш быуын Бөйөк Ватан һуғышы тураһында белергә тейеш. Бөгөн һуғыш, тыл һәм хеҙмәт ветерандарына ихтирам күрһәтеп, баш эйәбеҙ. Уларҙың хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары һоҡланыу уята, -тине.
Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса хәрби комиссариат начальнигы урынбаҫары С.С.Симонов, район ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Р.В.Ширяева ла Ватанды һаҡлаусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткереп изге теләктәрен еткерҙе.
Матәм митингыһында ҡатнашыусылар бер минут тынлыҡта яугирҙарҙы иҫкә алып, обелискыға веноктар һалды.
М.Зиннурова.
Читайте нас: