Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Июнь 2019, 10:53

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты республикала әүҙем тормошҡа ашырыла.

Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау, “Юл эксперты” ҡушымтаһын булдырыу һ.б. эштәр – ошо бурыстың бер өлөшө.


Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә әлеге миҙгелдә юлдарҙағы соҡорҙарҙы бөтөрөү эшенең барышы хаҡында яҙҙы.


“15 июнгә беҙҙең юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлауҙы тамамлау бурысын ҡуйғайным. Һығымта яһап, шуны әйтәм, был эште 80 процентҡа үтәнек. Асыҡланыуынса, барлыҡ проблемаларҙы соҡорҙарҙы йүнәтеп кенә хәл итеп булмай – ҡайһы бер урындарҙа юлды яңынан асфальт һалып ҡына “һауыҡтырырға” мөмкин. Ә был инде – артабанғы бурыс, башҡа сроктар һәм ҙурыраҡ суммалар. Ләкин уны ла ваҡыты менән хәл итәсәкбеҙ”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.


Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, ул республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына “Юл эксперты” ҡушымтаһын эшләп бөтөргә күрһәтмә биргән.


“Был хеҙмәт капиталь ремонт талап иткән барлыҡ юлдарҙы бер бүлеккә йыйыу өсөн кәрәк. Уларҙың һәр береһе буйынса эште аҙаҡҡаса күҙәтеп барасаҡбыҙ”, – тине республика етәксеһе.
Читайте нас: