Сәғәт 2-лә Рәсәй Президенты Владимир Путин тура эфирҙа илебеҙ халҡының һорауҙарына яуап бирә башлай.
Йыл һайын ойошторолған “Владимир Путин менән тура бәйләнеш” махсус программаһын “Беренсе”, “Рәсәй 1”, “Рәсәй 24” телеканалдары, “Маяҡ”, “Хәбәрҙәр ҒМ” һәм “Рәсәй радиоһы” радиостанциялары аша ҡарай, тыңлай алаһығыҙ.
Владимир Путин халыҡ менән ошо рәүешле аралашыуҙы ул 2001 йылда башлағайны. Сираттағы аралашыу барышында дәүләт башлығы илдең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошона, шулай уҡ халыҡ-ара хәлгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирер тип көтөлә. Студияға саҡырылған ҡунаҡтарҙың ғына түгел, хәбәрҙәрҙе берҙәм эшкәртеү үҙәгенә шылтыратҡан, SMS, шулай уҡ ҡыҫҡа видеояҙма ебәргән кешеләрҙең дә мөрәжәғәте иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ.