Быйыл республика яңы автомобиль юлдары һалыуға федераль ҡаҙнанан 5,2 миллиард һум (алты йылда – 33,5 миллиард) аласаҡ.
Һуңғы ваҡытта Рәсәй юлдары сифатына яҡшы баһа биреп булмай, шуға күрә киләһе алты йылда Башҡортостан алдында 600-гә яҡын ауылға илткән алты мең саҡрымлыҡ юлды төҙөкләндереү бурысы тора. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” проектына республика быйыл федераль бюджеттан 5,2 миллиард һум (алты йылда – 33,5 миллиард) аҡса аласаҡ. Республика ҡаҙнаһынан иһә юл һалыуға һәм ремонтлауға 17 миллиард һум бүленә.
Аҡса булыр ҙа, ә беҙ, республика халҡы, ниндәй файҙа алырбыҙ ҙа ниндәй юлдан йөрөрбөҙ? Төбәктәге Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, Өфө агломерацияһында капиталь ремонттан һәм реконструкциянан һуң – 275 километр, Стәрлетамаҡ агломерацияһында 226 километр юлды сафҡа индереү күҙаллана.
Киләһе йылдың беренсе кварталында, ниһайәт, Дуҫлыҡ монументы эргәһендә, Ағиҙел йылғаһы аша өр-яңы күпер һалына башлаясаҡ. Эштең дөйөм хаҡы 3,5 миллиард һум тәшкил итәсәк, күпер 2021 йылға әҙер булырға тейеш. Федераль юл агентлығынан яңы күпер төҙөлөшөнә 2,5 миллиард һум бүленә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Халыҡ-ара транспорт форумы барышында “Росавтодор” етәксеһе Андрей Костюк менән осрашыуында ошо туралағы килешеүгә өлгәшелгәйне.
Республика шулай уҡ Р-240 “Өфө – Ырымбур” автомобиль юлын үҙгәртеп ҡороу, Стәрлетамаҡты урап үтеү юлында уны дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеү йәһәтенән ҙур проектты тормошҡа ашырырға ниәтләй.
Был саралар шулай уҡ юл фажиғәләрендә үлем осраҡтарын 2,17 йыл менән сағыштырғанда 3,5 тапҡырға кәметеүгә булышлыҡ итергә тейеш.