Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Июнь 2019, 14:05

Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһын башҡарыу тураһында

Ағымдағы йылдың 5 июнендә БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан “2018 йыл өсөн Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһын башҡарыу тураһында” Закон ҡабул ителде.
2018 йылда республика ҡаҙнаһының килеме 2017 йыл менән сағыштырғанда 21 процентҡа артып, 202,7 миллиард һум тәшкил итте. Шуларҙың163,3 миллиард һумы һалым һәм һалым булмаған килемдәр. Алдағы йылға ҡарағанда 30,5 миллиардҡа күберәк. Килемдең үҫеше һалым баһаһын арттырыу буйынса ҡабул ителгән саралар нигеҙендә башҡарылған 17,8 миллиард һум күләмендәге бер тапҡыр түләүҙәргә бәйле.
Республика ҡаҙнаһының һалым һәм һалым булмаған килемдәре структураһында иң ҙур сағыштырмаса ауырлыҡты биләйҙәр: ойошмалар килеменә (43,5 процент), физик шәхестәргә (23,0), мөлкәткә (10,4) билдәләнгән һалымдар, акциздар (11,7) дәүләт мөлкәтенә ҡараған милек менән файҙаланғандан алынған килемдәр (6,5).
Килемдең кире ҡайтарылмай торғаны 40,4 миллиард һум тәшкил итә, был 2017 йылдағы кимәлдән 13,2 процентҡа юғары. Федераль ҡаҙнанан 40,4 миллиард һум, йәғни үткән йылдағынан 5,2 миллиард һумға (14,8 процентҡа) күберәк индерелде.
2018 йылда Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһынан 180,0 миллиард һум күләмендә сығымдар башҡарылған, 2017 йыл менән сағыштырғанда 24,1 миллиард һумға (15,4 % -ҡа) күп.
Республика ҡаҙнаһы алдағы йылдарҙағы кеүек социаль йүнәлеште һаҡланы. Был тармаҡҡа сығымдар127,1 миллиард (70,6 процент) һум тәшкил итте, шул иҫәптән социаль сәйәсәткә — 46,5 (25,9), мәғарифҡа — 45,2 (25,1), һаулыҡ һаҡлауға —19,0 (10,5), торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа — 6,8 (3,8), мәҙәниәткә һәм кинематографияға — 5,6 (3,1), физик культураға, спортҡа һәм киң мәғлүмәт сараларына — 3,7 (2,1), тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға 0,3 (0,1) миллиард һум йүнәлтелде. Иҡтисадтың аныҡ секторын үҫтереүгә киткән сығымдар — 29,4 (16,3 процент), муниципаль берәмектәр ҡаҙнаһына дөйөм характерҙағы ҡаҙна-ара хеҙмәттәргә — 13,1 (7,3), милли оборонаға, милли хәүефһеҙлеккә һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә 1,0 (0,6), башҡа төрлө сығымдарға 9,4 (5,2) миллиард һум.
Социаль йүнәлеште үҫтереү, иҡтисади тармаҡтарға ярҙам күрһәтеү, инфрастуктура проекттарын атҡарыу өлкәһендәге бурыстарҙың төп өлөшө ҡаҙна программаһын башҡарғанда тормошҡа ашырылды. БР-ҙың 29 дәүләт программаһы сиктәрендә 97,3 процент (175,2 миллиард һум) ҡаҙна сығымдары финанс менән тәьмин ителде.
Читайте нас: