Документҡа ярашлы, хәҙер юл-транспорт ваҡиғаһында һаулыҡҡа ауыр зыян килтерелгән осраҡта, иҫерек водителгә 3-тән 7 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай. Әле бының өсөн 4 йылға иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Аварияла кеше ғүмере өҙөлгән осраҡта, иҫерек водителгә яңы закон буйынса 5-12 йыл биреүҙәре мөмкин (хәҙер 2-7 йыл). Ике һәм унан да күберәк кеше һәләк булған өсөн «иҫерек» юл-транспорт ваҡиғаларында ғәйеплеләргә 8-15 йыл янай (хәҙер 4-9 йыл).
Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264-се статьяһының 2-се, 4-се һәм 6-сы бүлектәренә тейешле төҙәтмәләр индерелде. Бер үк ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 263-сө статьяһына төҙәтмәләр менән йәмәғәт, тимер юл, һауа, диңгеҙ һәм эске һыу транспорты менән идара итеүселәргә лә санкциялар көсәйтелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, законды 30 майҙа Дәүләт Думаһы ҡабул итте һәм 11 июндә Федерация Советы раҫланы.