Быйыл балалары тыуған ғаиләләргә, өлкән быуынға финанс ярҙамы күрһәтеүгә 7,1 миллиард һум, 2024 йылға тиклем 34,4 миллиард һум тотоноласаҡ.
Республика ишле ғаиләләр һаны буйынса Волга буйы федераль округында алдынғылыҡты биләй. Йәмғеһе бындай ғаиләләр беҙҙә – 50 меңдән ашыу. Уларҙа, дөйөм алғанда, 160 мең бала тәрбиәләнә. Ишле ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә төбәк ҡаҙнаһынан йыл һайын миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. 2019 йылда өсөнсө йәки артабанғы сабыйы тыуған осраҡта, уға өс йәш тулғанға тиклем пособие түләүгә федераль үҙәк бүлгән 752 миллион һум да яҡшы ярҙам буласаҡ. Беренсе бала тыуған осраҡта пособие түләүгә тағы ла 2,6 миллиард һум йүнәлтеләсәк.
Балалар баҡсаларында 1,5 – 3 йәшлек сабыйҙар өсөн урындарға ҡытлыҡты бөтөрөү йәһәтенән Башҡортостанға 1,4 миллиард һум федераль субсидия бүленә. Был аҡсаға 1400 урынға иҫәпләнгән заманса ете балалар баҡсаһы төҙөргә мөмкин. Киләһе йыл йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә республика 175,5 миллион һум аҡса аласаҡ.
Милли проекттың иң төп бурыстарының береһе – 2024 йылға ғүмерҙе 78 йәшкә тиклем оҙайтыу. Шул уҡ ваҡытта оҙаҡ йәшәү сәләмәт һәм әүҙем булырға тейеш.