Ғәҙәттәгесә, был әһәмиәтле байрамда фән һәм технология, әҙәбиәт, сәнғәт, гуманитар эшмәкәрлек өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән хеҙмәт кешеләре дәүләт премияларына лайыҡ була.
Быйыл МДУ һәм Рәсәй Фәндәр академияһы ғалимдары Валерий Митрофанов, Владислав Пустовойт, Ефим Хазанов гравитация тулҡындарын тикшереүҙәре өсөн наградланды. Виталий Наумкин – көнсығышты өйрәнеүгә, Владимир Порханов, Владимир Паршин, Владимир Харченко медицина үҫешенә тос өлөш индергәне айҡанлы бүләкләнде. Дәүләт премияларына шулай уҡ пианист Николай Луганский, яҙыусы Павел Басинский, Кенозерск милли паркы директоры Елена Шатковская, композитор Родион Щедрин лайыҡ булды.