Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Июнь 2019, 11:18

Милли проект: республикабыҙ ҡалаларында футбол буйынса “Күн туп” турниры бара.

Билдәле булыуынса, ил етәксеһе Владимир Путиндың күрһәтмәһе буйынса милли проекттар паспорттарына спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған саралар индерелде. Мәҫәлән, “Демография”ға “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль программаһы ҡушылып, уның буйынса һәр субъектта ошо атамалағы төбәк проекты булдырыу бурысы ҡуйылды.


Илебеҙҙә футбол буйынса балалар һәүәҫкәр командалары араһында 1964 йылдан бирле үткәрелеп килгән “Күн туп” ярыштары хәҙер “Спорт – йәшәү нормаһы” проектына ярашлы уҙғарыла башланы. Билдәле булыуынса, бындай турнирҙы булдырыу тәҡдиме менән иң беренсе легендар совет ҡапҡасыһы Лев Яшин сығыш яһаған.


Әле республикабыҙ ҡалаларында “Күн туп” финал ярыштарының икенсе этабы бара. 3 июндә башланған сара ошо айҙың 19-ына тиклем барасаҡ.
Читайте нас: