Инйәр
+29 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
10 Июня 2019, 12:02
Беҙҙең эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре – медицина, сүп-сар эшкәртеү, транспорт инфраструктураһы.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән “ВИС” акционерҙар ойошмаһы араһында инвестиция ниәттәре тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
– “ВИС” компаниялар төркөмө – инфраструктура булдырыу процесының әүҙем ҡатнашыусыһы. Беҙ Рәсәйҙең бар төбәктәрендә лә тиерлек эшләйбеҙ. Башҡортостан менән төҙөлгән килешеүҙе илдең үҙәк өлөшөн артабан үҫтереү мөмкинлеге тип ҡарайбыҙ, – тине компанияның директорҙар советы ағзаһы Сергей Ромашев. – Беҙҙең эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре – медицина, сүп-сар эшкәртеү, транспорт инфраструктураһы. Ошо йүнәлештәрҙең һәр ҡайһыһында эшләмәксебеҙ.
Сергей Ромашев белдереүенсә, “ВИС” төркөмө дөйөм хаҡы биш миллиард һумдан кәм булмаған объекттар булдырырға йыйына.
– Башҡортостан – беҙҙең өсөн яңы төбәк. Тәжрибәбеҙҙе иҫәпкә алып, был хеҙмәттәшлектең иҡтисади яҡтан ҡыҙыҡлы булыуын аңлайбыҙ. Киләһе ике ай эсендә тормошҡа ашырыласаҡ проекттарҙы тулыһынса хәл итеп бөтәсәкбеҙ, артабан эш дауам итәсәк, – тине ул.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур